Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Комаров урамында иҫке япманы фрезерлау башҡарылды. Юл эштәре Урау урамынан Яңы урамға тиклем 280 метр оҙонлоҡтағы участкала алып барыла. Ремонт барышында юлсылар асфальт-бетон япманы яңыртырға, термопластиктан тамғалар төшөрөргә ниәтләй. Был эштәргә 10,1 миллион һум йүнәлтелә. – Был урамда “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт комплексы урынлашҡан. Унда 2500 урынлыҡ ябыҡ һырғалаҡ һәм 500 урынлыҡ спорт залы урынлашҡан. Бында балалар спорт секцияларында шөғөлләнә. Шуға күрә был спорт комплексына имен йөрөргә кәрәк, – тип һөйләне Стәрлетамаҡ хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев. Юлдың ошо участкаһын 2024 йылдың июль аҙағына тиклем нормаға ярашлы хәлгә килтереү күҙаллана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 7 километрҙан ашыу булған 12 юл участкаһын төҙөкләндереү планлаштырыла. Был эштәргә 215 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.