Башҡортостанда етенсе тапҡыр Ғаилә аҙнаһы иғлан ителә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башҡа ведомстволар менән берлектә саралар программаһын әҙерләне. 13 майҙа “Ғаилә изгелек бумерангы” акцияһы башлана. Һәр кем балалар тауарҙары менән уртаҡлаша ала, коляскалар, йыһаздар, ултырғыстар, саналар, велосипедтар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҡабул ителә. Акция 13 июнгә тиклем дауам итәсәк. Йыйыу пункттары – “Ғаилә” үҙәктәре. Эре әйберҙәрҙе сығарыуға заявканы ошо телефон буйынса бирергә мөмкин: 8-800-347-5000. 14 майҙа йорт хайуандары тураһында постар конкурсы үткәрелә. Министрлыҡтың социаль селтәрҙәрендә анонстарҙы күҙәтеп барығыҙ, конкурс шарттары менән танышырһығыҙ. 15 майҙа– Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Бөтә Рәсәй сәс ҡырҡыу хәйриә акцияһы ойошторола.Ошо уҡ көндә республика предприятиеларында бергә эшләгән ғаилә парҙарын хөрмәтләү үткәрелә. 16 майҙан 18 майға тиклем “Сәләмәт ғаилә – сәләмәт республика” акцияһы үҙғарыла.Йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәге белгест