Мәүлетбай Ғәйнетдинов 1938 йылдың 14 майында Башҡорт АССР-ы Маҡар районының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Үрге Этҡол ауылында тыуған. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, буласаҡ артист тыуған колхозында эшләп ала, һуңынан Өфө ҡалаһына килеп, янғын һүндереүсе булып хеҙмәткә урынлаша. Йәштән йыр-моңға әүәҫ егет Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә бик теләп йөрөй, бер ҙә еңел булмаған төп эшенән буш ваҡытты тулыһынса йырға бағышлай. Йылдан-йыл оҫтара барған йәш йырсы һәүәҫкәрҙәрҙең республика, Бөтөн Союз кимәлендәге бәйгеләрендә тәүге урындарҙы яулай, төрлө сәхнәләрҙәге сығышы тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелә. Шундай бер концертта уның йырлауын ныҡ оҡшатҡан ҡалалағы бер төҙөлөш тресының етәксеһе Сәлих Ғәлләм улы Фәттәхов тәҡдиме менән Мәүлетбай Ғәйнетдинов 29 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә.1971 йылда уның вокал бүлеген (мәшһүр йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин класы) тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эстр