Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыу проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Рәсәй Президентының 2024 йылдың 7 майындағы Указына ярашлы, туристик тармаҡты үҫтереү "Тотороҡло һәм динамик иҡтисад" милли маҡсатына өлгәшеүҙең мөһим компоненты булып тора. 2030 йылға эске тулайым продуктта туристик тармаҡ өлөшө 5 процентҡа тиклем, ә туристик хеҙмәттәр экспорты өс тапҡырға артасаҡ тип планлаштырыла. - Туризмды үҫтереүҙең төп күрһәткестәре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында лидерҙар иҫәбенә инә. Мәҫәлән, коллектив урынлаштырыу сараларында урынлаштырылған кешеләр һаны буйынса беҙ Волга буйында - өсөнсө, Рәсәй төбәктәре араһында 11-се урында. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр туризм инфраструктураһына ярҙам итеү өсөн байтаҡ күләмдә федераль средстволар йәлеп итә алдыҡ. 2023-2024 йылдарҙа сумма 1,6 миллиард һум самаһы тәшкил итте, – тип
Башҡортостанда туристик тармаҡта инвестиция әүҙемлеге артҡан
13 мая 202413 мая 2024
1 мин