Ишдәүләт Йәнбулат улы Сәлимов менән Айгөл Радик ҡыҙы Мөтөғуллина ҙур булмаған шәхси йортта йәшәй. Ғаилә башлығы төнгө сменанан һуң ял итә – ул “Тиҙ ярҙам” машинаһы водителе. Айгөл инвалид коляскаһында йә үҙенең “ходунки”һында аш бүлмәһендә йөрөй, мине йылы майикмәктәр менән һыйланырға ҡыҫтаны. Өс йыл элек Айгөл Мөтөғуллина өлкәндәр һәм инвалидтар бүлегендә йәшәп, унда мәҙәни ял саралары ойоштороп, хәйриә концерттарында ҡатнашып, коляскала ултырған килеш башҡорт, рус, көнсығыш бейеүҙәрен бейей ине. Шулай һигеҙ йыл дауам итә. Бер көнө ул Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә Инвалидтар көнө айҡанлы үтәсәк сараның репетицияһына барыу өсөн такси саҡырта. Буш көндәрендә таксиҙа өҫтәлмә аҡса эшләүсе Ишдәүләт килә. Коляскалағы ҡатынды күреп, ул уны кәрәк ергә алып барып төшөрөп кенә китмәй, ә икенсе ҡатҡа күтәрелергә ярҙамлашып, аҙаҡ репетициянан һуң килеп алырға ла һүҙ бирә. Юл ыңғайы һөйләшеп, икеһенең дә яңғыҙ икәндәрен аңлайҙар. Шулай итеп улар аралаша башлай: Ишдәүләт Айгөл йәшәгән бүлеккә сәскә, шоколад тотоп килә. Бында йәшәүселәрҙе был хәл хайран итә. - Тәүҙә аңламаным. Эсмәгән, эшләп йөрөгән иргә мин нимәгә кәрәк икән, тип уйланым. Әммә ул мине һис ҡасан да кәмһетмәҫен тоя инем, - ти Айгөл. Учреждение етәксеһе Илһам Абдулғужин, Ишдәүләттең етди ҡарарын күреп, Айгөлдө уға ҡунаҡҡа ебәрә. Ә бер нисә айҙан ул бөтөнләй күсеп китә. - Бында үҙемде хужабикә, яратҡан ҡатын, ғаиләле кеше итеп тойҙом. Үҙеңдең кәрәк булыуыңды белеү иҫ киткес хистәр уята. Иртәнсәк иремде ашатам, эшкә оҙатам. Унан кер йыуыу, өй таҙалау, тамаҡ әҙерләү менән ихлас булышам. Ишдәүләт көнө буйына шылтырата, минең өсөн борсола. Ә миңә ирҙе бағыу, кемделер хәстәрләү оҡшай. Ирем ҡайтыуға өйҙөң йылы, яҡты, таҙа булыуы, унда тәмле бәлеш еҫтәре сығыуы мөһим. Ишдәүләт менән йәшәй башлағас, хәлем яҡшырҙы, үҙемде тыныс тотам, кәйефем күтәрелде, иртәгәһе көнгә ышаныс артты. Беҙгә Ишдәүләттең балалары, минең туғандарым килә. Барыһы ла изгелекле. Йәй балыҡҡа, урманға, туғандарға йөрөйбөҙ, бергәләп байрамдарҙы билдәләйбеҙ. Инвалидтар йәмғиәте элеккесә мине төрлө сараларға саҡыра, ә миңә хәҙер ирем, ғаиләм мөһимерәк. Етмәһә Ишдәүләттең эше ауыр. Ул төндә эшләй, уға носилкала кешеләрҙе өҫкө ҡатҡа ла ташырға тура килә. Ә ул бит үтә йәш тә түгел, уға 56 йәш. Ишдәүләт намаҙ уҡый. Уға ҡарап мин дә иманға килдем. Юлыма яҡшы кеше сығарып, күңелемә тыныслыҡ биреп, миңә ҡатын-ҡыҙ бәхете бүләк иткән Аллаһҡа көн дә рәхмәттәр уҡыйым. Ул киң күңелле, мәрхәмәтле, ижади ҡарашлы кеше. Аралашырға ярата, бейей, икәүләп башҡортса йырлашып алабыҙ, концерттарға йөрөйбөҙ. Айырыуса элекке коллегаларым Лилиә Ишемйәрова, Сулпан Асҡарова ҡатнашҡан тамашаларҙы яратабыҙ,--ти Айгөл. Бейеүсе Айгөл Мөтөғуллина менән булған фажиғә хаҡында гәзиттәрҙә лә яҙылды, телетапшырыу ҙа булды. Бәләкәй сағында ул Красноярск крайында сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән. Сибайға күсеп килгәс тә “Гөлдәр” балалар ансамблендә бейеүен дауам итә. Унан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Бер концертта талантлы ҡыҙҙы “Каруанһарай” төркөмө етәксеһе Вилдан Яруллин шәйләй һәм эшкә саҡыра. Һигеҙ йыл дауамында Айгөл ошо төркөмдә сығыш яһай: гастролдәр, алҡыштар, тамашасы һөйөүе. Әммә юлында ир-егетте осратҡас, быларҙың барыһы ла тамамлана. Йөҙгә етди күренгән ир менән һөйөүе оҙаҡҡа бармай: ул йәберләй, эсә. Бер көн ныҡ иҫерек хәлдә Айгөлдө туҡмай. Иртәгәһенә йәш ҡатынды күршеләре иҫһеҙ килеш таба. Табиптар Айгөлдө ҡотҡара, тик оҙайлы реабилитация талап ителә. Шулай күп һанлы тамашасылар һәм сәхнә урынына уны инвалид коляскаһы ҡаршы ала. Айгөл Сибай ҡалаһының социаль бүлегенә шулай килеп юлыға… - Мин оҙаҡ был хәлемде ҡабул итә алманым, көндәр буйы илай инем. Үҙеңдең кеше көнлө һәм бер кемгә кәрәкмәгән булыуыңды аңлау шул тиклем ауыр ине, - тип иҫкә ала Айгөл.—Бер көнө саҡ-саҡ йөрөгән 90 йәшлек инәй: “Етер инде иларға, тор, нимәлер эшлә. Мин—ҡарт, һуғышты үттем, ә һин—йәш, матурһың, һауһың, ятаһың илап”, - тине. “Мин һау түгел һәм бәхетһеҙмен”, -тип үкһенем. “Аллаһты асыуландырма”, - тине инәй. Шунан мин яйлап “терелдем”, тирә-яғымда минән дә хөртөрәк хәлдәге кешеләрҙе күрә башланым. Приют өмөт утрауына әйләнде, Илһам Факил улы Абдулғужин етәкләгән бүлек хеҙмәткәрҙәре беҙҙе хәстәрләне, күңелһеҙ тормошобоҙға йән өрҙө. Беҙ таҙа, бөхтә бүлмәләрҙә йәшәнек. Йылына ике тапҡыр паллиатив бүлектә, Фәүзиә Ғәйфулла ҡыҙы Баязитова тигән табип ҡарамағында дауаландым. Айгөл әле үткән фажиғәле тормошона фәлсәфәүи ҡарай: “Ошо һыҙланыуҙарҙы үтмәһәм, мин көслө була алмаҫ инем. Фажиғә, ауырыу минең күҙҙе асты. Сағыу артист тормошонан тыш башҡа тормош та бар бит әле. Мин кешеләрҙең ғәмәлдәрен яҡшыраҡ аңлай башланым”. - Тормошоңда иң бәхетле мәл ҡасан булды? - Иң бәхетле мәлдәрҙе бөгөн кисерәм. Йәш саҡта тормош мәғәнәһен, асылын аңламағанмын. Әле миңә 43 йәш. Хәҙер үҙемә лә, кешеләргә лә башҡаса ҡарайым. Алһыу күҙлектәрем юҡ. Нимәгә һәләтле, ә нимәгә юҡ икәнемде яҡшы беләм. Аллаһы Тәғәләгә һәр яңы көн өсөн рәхмәтлемен! Авторы – Римма Мәхмүтова. Резеда Вәлиева тәржемәһе.