Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аптыратты был май

Тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы тороп булмай инде, шулай ҙа май айында һаман булһа ҡар яуыуы хайран ҡалдыра. Белорет районының Айыс ауылында һәм Учалы ҡалаһында ҡар яуыуы тураһындағы фотолар социаль селтәрҙә таралды. Мәҫәлән, Учалынан Сәлиә Ғатауллина белдереүенсә, ҡар төндә яуа башлаған, әле лә яуып тора. Ул баҡсаларындағы күренеште фотоға төшөрөп "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә һалған һәм түбәндәге яҙманы ҡалдырған. ""Яҙ килә лә китә,Ҡыш килә лә етә... " - тип көйләп йөрөгән булдым да)),"Йәй үтә лә китә... " - тип өҫтәп ҡуйҙым... Шулай була ла ҡуя шул)) быйылғы май айында."Һин былбылым минең... " тиеп дауам итергә, һандуғастар ҙа ишетелмәне әлегәсә. Шулай, быйылғы яҙ мөғжизәләре менән килде. Йә апрелдә үтә эҫе ине, һуңынан ныҡ һыуытты, ҡырауы ла, ҡары ла етерлек. Бына бөгөн дә һыҙыра ҡар яуып тора. Ағастар ни ҡылырға белмәй, аптырашып ултыралар: сәскә ата башлайҙар ҙа, шып туҡтап ҡалалар...Рябчикҡа ғына барыбер, шикелле, ғорур, императорҙарса баҫып тороуын белә!Иң мөһиме - илгә, күңелдәргә тыныслыҡ ҡына килһен!13 май, 2024 йыл. Учалы", - тигән ул. Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡар яуҙымы? Фото: Сәлиә Ғатауллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән һәм асыҡ сығанаҡтан