Ғәҙәттә, 1 май байрамдарына картуф ултырта инек. Быйыл хатта оҙайлы 9 май байрамдарында ла баҡсаға сығыуҙан баш тартырға тура килде. Ә һеҙ картуф ултырттығыҙмы? Ултыртылғанын нисек һыуыҡтарҙан һаҡларға? Был һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының Етештереү лабораторияһы етәксеһе Гөлдәр Сибәғәтуллина яуап бирә: – Картуфтың уңышы һәйбәт булһын өсөн тәү сиратта уның орлоғо сифатлы булыуы шарт. Бүлбеләр сатнамаған, тигеҙ булырға тейеш. Иртә өлгөрә торған картуф араһын 65 – 70 сантиметр, һуң өлгөрә торғанының 75 – 80 сантиметр итергә кәрәк. Тәрән ултыртылған бүлбеләр ваҡ картуф бирәсәк. Картуф бүлбеһе ни тиклем ваҡ, шул тиклем ҙурыраҡ уңыш бирер. Фитофтора баҡырға бай ерҙә булмай, шуға бүлбеләрҙе еҙ купоросы менән эшкәртергә кәңәш итәм. Тап ошо шыйыҡса менән картуф шытып сыҡҡас эшкәртегеҙ. Әгәр шытымдарға һыуыҡ тейҙе икән, Эпин, Силк кеүек препараттар менән эшкәртегеҙ. Һыуыҡ тейгән картуфтың уңышы мул булмауы ихтимал, - ти Гөлдәр Зөфәр ҡыҙы. Белгес шулай уҡ баҡсала бер нисә сорт картуф ултыртырға кәңәш итә. Уның береһе иртә өлгөргәне, икенсеһе һуң өлгөрә торғаны булһын. Фотолар Айрат Нурмөхәмәтовтыҡы.