Бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә республикала юлдарҙы ремонтлау тураһында һөйләшеү булды. Атап әйткәндә, халыҡтың иң нығы ялыу иткән һәм һораған юл участаларын төҙөкләндереү иғтибар үҙәгендә булды. Быйыл бындай ремонтҡа республика программаһы буйынса 3,44 миллиард һум аҡса бүленгән. Шуның 540 миллион һумы – ауыл биләмәләренә илткән юлдарҙы, шул иҫәптән ҡырсынташ һәм ҡом-ҡырсынташ материалдарын күпләп төҙөү урындарын тергеҙеүгә, 150 миллионы – коммерцияға ҡарамаған баҡсаларға инә торған юлдарҙы ремонтлауға, тағы 400 миллион һумы төньяҡ-көнсығыш райондарға: Асҡын, Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман һәм Салауат райондарына (50-шәр миллион һумы) бүленәсәк. 114 километр оҙонлоҡтағы төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ремонтлауға һәм төҙөкләндереүгә 2 миллиард 350 миллион һум тотоноласаҡ. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юлдарҙы насар ремонтлауға ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Һүҙ Красный Холм - Иҫке Уръябаш, Ҡалтасы районында Өфө - Бөрө - Яңауыл - Иҫке Йәш һәм Иг