Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфө ҡалаһының 450 йыллығына ҙур бүләк

Өфөләрҙе лә, баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарын да магниттай үҙенә тартҡан Башҡортостан Урмансылары паркы күптән түгел реконструкцияға ябылды. Маҡсат – киләсәктә уны заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртеү, бында ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттарҙы тағы ла арттырыу, ҡыҫҡаһы, гөл баҡсаһына әйләндереү. Һүҙ ҙә юҡ, яңылыҡты барыһы ла шатланып ҡабул итте. Ысынлап та, был урынға икенсе һулыш биреләсәгенә тамсы ла шик юҡ. Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан Урмансылары паркы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән реконструкциялана. Әйткәндәй, Хөкүмәт йортонда ойошторолған сираттағы "Йәмәғәт киңлеге сәғәте"ндә республика етәксеһе ошо мәсьәләне көн тәртибенә сығарып, асыҡ һөйләшеү ойошторҙо. – Урмансылар паркы - Өфө ҡалаһының тәбиғәт мөғжизәләренең береһе, был территорияның тәбиғилеген мөмкин тиклем һаҡлау мөһим, – тип һаҡсыллыҡҡа өндәне эш йүнәлешен билдәләгәндә Радий Фәрит улы. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, муниципалитеттың, урман паркын төҙөкләндерер алдынан, ҡала кешеләре менән

Өфөләрҙе лә, баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарын да магниттай үҙенә тартҡан Башҡортостан Урмансылары паркы күптән түгел реконструкцияға ябылды. Маҡсат – киләсәктә уны заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртеү, бында ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттарҙы тағы ла арттырыу, ҡыҫҡаһы, гөл баҡсаһына әйләндереү. Һүҙ ҙә юҡ, яңылыҡты барыһы ла шатланып ҡабул итте. Ысынлап та, был урынға икенсе һулыш биреләсәгенә тамсы ла шик юҡ. Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан Урмансылары паркы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән реконструкциялана. Әйткәндәй, Хөкүмәт йортонда ойошторолған сираттағы "Йәмәғәт киңлеге сәғәте"ндә республика етәксеһе ошо мәсьәләне көн тәртибенә сығарып, асыҡ һөйләшеү ойошторҙо. – Урмансылар паркы - Өфө ҡалаһының тәбиғәт мөғжизәләренең береһе, был территорияның тәбиғилеген мөмкин тиклем һаҡлау мөһим, – тип һаҡсыллыҡҡа өндәне эш йүнәлешен билдәләгәндә Радий Фәрит улы. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, муниципалитеттың, урман паркын төҙөкләндерер алдынан, ҡала кешеләре менән уның концепцияһы тураһында һөйләшеүе һәр йәһәттән дә отошло, халыҡтың фекере мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш. Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлетов социаль селтәрҙәрҙә киләсәктә паркты нисек итеп күрәсәге, ҡайһылай буласағы тураһында даими яҙып тора. Ратмир Рәфил улының һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың Урмансылар паркы - Өфөнөң иң гүзәл урындарының береһе. Ул әлеге юғары вазифала эшләй башлағандың тәүге көндәренән үк халыҡ менән осрашҡанда территорияны төҙөкләндереү кәрәклеге тураһында һөйләшеүҙәр алып барған. Бер нисә айҙан ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Парк Рәсәй Президентының "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы нигеҙендә төҙөкләндерелә. Әлбиттә, эштәр барғанда уға инеү тыйыла, Урмансылар паркына реконструкция эштәре сентябрь аҙаҡтарында тамамланыр тип көтөлә. Заманса парк Өфөнөң 450 йыллығына ҙур бүләк буласаҡ. Проектҡа ярашлы, биш объект үҙгәртеп ҡороласаҡ. Пикник өсөн зона, бәләкәй һәм ҙур спорт майҙансыҡтары, балалар майҙансығы һәм йәйәүлеләр урыны шуға асыҡ миҫал. Тәүгеһенә килгәндә, элекке мангалдар урынына өр-яңы сауҙа киосктарын да өҫтәп, ял урыны эшләргә уйлайҙар. Иҫке спорт майҙансығы бына нисек үҙгәртеләсәк: унда бәләкәй һәм ҙур футбол яландары, шул уҡ ваҡытта ике волейбол майҙаны эшләнәсәк, бынан тыш, баскетбол һәм стритбол майҙансыҡтары ла төҙөләсәк, шулай уҡ күнекмә урыны буласаҡ һәм йүгереү өсөн һуҡмаҡ һалынасаҡ. Балалар майҙансығы иһә төрлө йәштәге ҡыҙ һәм малайҙарға тәғәйенләнеп төҙөлә, уйын ҡоролмаларын урынлаштырыу хаҡында ла онотмайбыҙ, тинеләр. Шуныһы, таушалған балалар уйын ҡоролмаларын алып ташлап, уларҙың урынына ағастан эшләнгәндәре урын аласаҡ. Аңлатыуҙарынса, өҫкә урман ауып торғанда, уларҙы бүтән материалдан эшләү урынһыҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт тигәндәй, йәйәүлеләр һуҡмағы айырым иғтибар талап итә. Ундағы иҫке асфальт тулыһынса алып ташлана. Заманса асфальт түшәләсәк, уға йәнәшә велосипедсылар юлы ла барлыҡҡа киләсәк. Ул төндә яҡтыртыласаҡ, етмәһә, өҫтәмә рәүештә яңы лампалар ҙа ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ "Хәүефһеҙ ҡала" системаһына тоташтырылған видеокүҙәтеү камералары эленәсәк. Воркаут-зона бәләкәй спорт майҙансығында буласаҡ. Бында саф һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар ҡуйыласаҡ, ә пинг-понг өҫтәлдәре һәм шахмат таҡталары веранда эсендә урынлашасаҡ. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.