Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Алға"ның пландары ҙур

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы үҫешенең яҡынса йомғаҡтары ҡаралды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өҫтөнлөклө майҙансыҡ 2020 йылда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә ойошторолдо. 2023 йылдың июнендә Рәсәй Хөкүмәте “Өфө” индустриаль паркы участкаларын “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына индереүҙе хупланы. Ә 2024 йылдың февралендә айырым иҡтисади биләмәләрҙе артабан үҫтереү мәсьәләһен илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән осрашыуҙа тикшерҙеләр. Вице-премьер – Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев индустриаль парк биләмәһен иҫәпкә алып, айырым иҡтисади зонаның дөйөм майҙаны 468-ҙән 763 гектарға тиклем артыуын һөйләне. Резиденттар иҫәбендә – дөйөм суммаһы яҡынса 65 миллиард һумлыҡ проекттар менән 22 компания. Уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала 2,9 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса махсус иҡтисади зона эшенең төп күрһәткестәре – резиденттар һаны, инвестициялар күләме, булдырылған эш урындары һәм тауарҙар һатыуҙан алынған килем күләме – Рәсәй Хөкүмәте билдәләгән план күрһәткестәренән артығыраҡ. “Алға” махсус иҡтисади зонаһында дүрт предприятие эшләй башланы ла инде. Әйтәйек, 2021 йылда “Аркада” сәнәғәт берекмәһе һәм “ЗУР” компанияһы эшләй башланы. Ә 2023 йылда – ZASPORT фабрикаһы һәм “АМКОДОР-Агидель” предприятиеһы. 2024-2026 йылдарҙа йәнә алты проектты тамамлау күҙаллана. Бынан тыш, 2024 йылда тағы бер махсус иҡтисади зона резиденты теркәлгән. Был “Поревит.Өфө” компанияһы тротуар плиткаһы һәм төҙөкләндереү элементтары етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй. Билдәләп үтәйек, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республикала Ағиҙел һәм Салауат ҡалаларындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһының яңы майҙансыҡтарында потенциаль инвесторҙар эҙләүгә тотондолар. Атап әйткәндә, Ағиҙел өсөн яҡынса 3,5 миллиард һумлыҡ һигеҙ инвестиция проектынан пул төҙөгәндәр. Махсус иҡтисади зонаны үҫтереүҙең яҡын аралағы пландарында – инженер һәм транспорт инфраструктураһы объекттарын төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу, шулай уҡ “Алға” майҙансыҡтарын яңы резиденттар менән тулыландырыу. Башҡортостан Башлығы инвесторҙар менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү һәм махсус иҡтисади зона биләмәһендә производстволар булдырыуға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү кәрәклегенә иғтибар итте. – Республикала май спирттары етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләгән “Фарус-Синтез” компанияһы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Был - көнүҙәк һәм ҙур проект, ҡулайламаның тәжрибә өлгөһө бар. Был инвесторҙы ситтә ҡалдырмау мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Ә инфраструктура өлөшөндә быйыл Ишембайҙа Индустриаль шоссены тәртипкә килтерергә кәрәк. Был ҡаланы һәм уның сәнәғәт майҙансыҡтарын транспорт менән тәьмин итеү мөмкинлеген арттырасаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.