1. Бер ваҡытта ла кешенән көлмәгеҙ. Тормош бит ул төрлө яҡлы. Йырҙарҙа йырланғанса, "бөгөн мин бәхетле, иртәгә - һин". Иртәгә кемдең көлөрөн, кемдең иларын белеп булмай.2. Йышыраҡ йылмайығыҙ. Ҡаштары төйөлөп, һөмһөрөһө ҡойолоп, бөтә нәмәгә зарланып йөрөүселәр менән кемдең аралашҡыһы килеп торһон? Хәҙерге барлыҡ заманында ҡәнәғәт булмау оятһыҙлыҡҡа бәрәбәр.3. Яйы сыҡҡан һайын кешене маҡтарға кәрәк. Маҡтайым тиһәң, сәбәбе табыла. Африкала бер үҙенсәлекле ҡәбилә бар. Эш боҙоусыны, язаға тарттырыр урынына, уртаға ултыртып маҡтайҙар. Эҙләһәң, һәр кемдең дә яҡшы яҡтары бар инде. Ул кеше дөрөҫ юлға баҫҡанға тиклем уңайы сыҡҡан һайын маҡтайҙар икән. Ысынлап та, был сара ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә, тиҙәр.4. Кеше һеҙҙең фекер менән килешмәҫкә лә мөмкин. Үҙегеҙҙекен генә дөрөҫ тип һанарға ярамай. Фекере һинекенә тап килмәгән кешене дошман тип ҡабул итеү — аҡылһыҙлыҡ.5. Үҙеңсә эшләйем тиһәң дә, бер олоноң, бер кесенең һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Ситтән яҡшыраҡ күренә тип бушҡа әйтмәйҙәр.6. Кеше ме
