Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 21-се балалар баҡсаһы “Балалар баҡсаһы - үҫеш маршруттары” проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн грант аласаҡ. Конкурс һайлап алыуы “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолдо. Проект федераль бюджеттан 450 мең һум күләмендә финанслау аласаҡ. Проект сиктәрендә 21-се балалар баҡсаһында мәктәпкәсә белем биреү менән идара итеү мәсьәләләрендә республика балалар баҡсалары эшмәкәрлегенә ойоштороу-методик яҡтан булышлыҡ итеү өсөн стажировка майҙансығы ойоштороласаҡ. Проект республикала идара итеү мәсьәләләрендә балалар баҡсалары эшмәкәрлегенә ойоштороу-методик ярҙам системаһын әҙерләргә, һынап ҡарарға һәм индерергә, мәктәпкәсә белем биреү системаһы дефицитын бөтөрөргә, иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү традицияларында, ватан методикалары һәм технологияларында яңыртылған йөкмәтке булдырырға, балалар баҡсаһының эш процесын яңы белем биреү һөҙөмтәләренә көйләргә мөмкинлек бирәсәк. 21-се балала