Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күмертау вертолеттары һынатмай

1962 йылда Күмертау ремонт-механика заводы нигеҙендә Күмертау авиация предприятитиеһы барлыҡҡа килә.Ошонан уның данлы юлы башлана һәм бөгөнгә тиклем дауам итә. Был предприятиеның ғына түгел, тотош ҡаланың тарихы тиһәк тә хата булмаҫ. Бөгөн Күмертауҙы авиатөҙөүселәр ҡалаһы тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ. “КумАПП” акционерҙар йәмғиәтенең төп продукцияһы - “Камов” конструкторҙар бюроһы әҙерләгән күп маҡсатлы вертолеттар. Улар уникаль күсәрле схемаға эйә, шул сәбәпле тау, ҡала төҙөлөшө һымаҡ сикле киңлек шарттарында ла эш ҡеүәһен, тотороҡлоҡто, идара итеүҙе һаҡлай ала. Завод нимәһе менән билдәле? Уның хеҙмәт исемлеге һоҡландыра: десантлы парашют платформалары, “Ка-26” легендар вертолеты (ул 816 берәмек етештерелгән), “Ка” төркөмөнөң махсус тәғәйенләнештәге башҡа вертолеттары һәм уларҙың модификациялары, шулай уҡ “Рейс” тактик разведка комплексына ингән “Ту-143” пилотһыҙ осоу аппараттары етештереү, “М-17” Стратосфера” тәжрибә самолетын йыйыу, “Ту-154” самолетының ҡанат өлөшөн сығарыу, “Буран” космик карабының фюзеляж өлөштәрен булдырыу программаһында ҡатнашыу, “Катран” бәләкәй пилотһыҙ вертолетын, вертолеттарҙың йөрөтөү һәм руль винттары колонкаларын, ҡалаҡ өлөштәрен үҙләштереү һәм етештереү, элек сығарылған техниканы капиталь ремонтлау һәм модернизациялау. Бөгөн “КумАПП” акционерҙар йәмғиәте пилотһыҙ төркөмөндәге (бәләкәй пилотһыҙ вертолет, БАС-200 тибындағы пилотһыҙ комплекс), Ка-32 вертолетының модернизацияһы булған пилотлы еңел вертолеттар менән ғорурлана ала. Был иһә осоу хәүефһеҙлеген күтәрергә, янғындарҙы һүндереү һөҙөмтәһен арттырырға булышлыҡ итә. Ка-32А11М модернизацияланған вертолеты бер нисә тапҡыр МАКС халыҡ-ара авиация-космик салоны һәм Dubai-AirShow-2023 авиасалоны майҙансыҡтарында күрһәтелә. Был вертолет күргәҙмәләрҙә, шул иҫәптән төрлө илдәрҙең авиация белгестәре һәм летчиктары араһында ҙур иғтибар тыуҙыра. Улар тауҙарҙа, юғары температурала һауа судноһы менән идара итеү үҙенсәлектәре менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Донъяла иң яҡшыларҙан тип танылған Ка-32А11ВС янғын һүндереү вертолеты нигеҙендә “осоусы ут менән көрәшеүселәр”ләр булдырылған, 20-нән ашыу илдә 180-дән ашыу ошондай вертолет ҡулланыла. Күп функциялы Ка-32А11М вертолеты халыҡ-ара баҙарҙа үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән Ка-32А11ВС вертолетының модернизацияһы булып тора. Модернизацияланған вертолет электр-һанлы автоматлаштырылған идара итеү системаһы булған заманса ВК-2500ПС-02 газ турбинаһы двигателе менән йыһазландырылған. Бынан тыш, Ка-32А11М “быяла кабиналы” булды, яңы КБО-32 борт ҡорамалы һанлы комплексы вертолетты көндөң һәм төндөң теләһә ҡайһы ваҡытында, төрлө һауа торошонда, ҡорола һәм диңгеҙҙә ҡулланырға мөмкинлек бирә. Вертолеттың борт селтәрҙәре, коммуникация ҡоролмалары, машинаның эске һәм тышҡы яҡтыртҡыстары модернизацияланған. Экипаж кабинаһы төндә күреү күҙлектәрендә эшләү өсөн ҡулайлашҡан. СП-32 яңы янғын һүндереү системаһы ҡоролоуы арҡаһында ут менән көрәштә лә вертолеттың мөмкинлектәре күпкә киңәйтелгән. Импортты алмаштырыу һәм янғын һүндереүҙә Ка-32 вертолетының мөмкинлектәрен арттырыу маҡсатында предприятие тарафынан донъяла тиңе булмаған СП-32 горизонталь һәм вертикаль янғын һүндереү системаһы проекты өҫтөндә эш уңышлы тамамланған. Был система янғын урынына дүрт мең литрға тиклем ут һүндереү шыйыҡсаһын алып барып еткерә һәм хатта 20 градус һалҡында ла тейешле күләмдә шыйыҡса ҡоя ала. Алына торған насос ҡулланыу һөҙөмтәһендә вертолеттың тиҙлеге сәғәтенә 170 километрҙан 230-ға тиклем күтәрелгән. Был иһә янғын һүндергәндә вертолеттың етештереүсәнлеген ике тапҡырға арттырырға булышлыҡ иткән. Былтыр май айында Мәскәүҙә Рәсәй баҙарына донъяның иң яҡшы фирмаларын йәлеп иткән, вертолет индустрияһында халыҡ-ара кооперацияны үҫтереүгә булышлыҡ иткән HeliRussia халыҡ-ара индустрия күргәҙмәһендә “Рәсәй вертолеттары” холдингының төп стендында экспонаттар араһында “КумАПП” акционерҙар йәмғиәте етештергән ике БАС-200 вертолет тибындағы пилотһыҙ осоу аппараты күрһәтелә. Уны төрлө бурыстарҙы үтәүҙә ҡулланырға мөмкин: йөктө алып барғанда, геология разведкаһы мәлендә урынды күҙәткәндә, урмандарҙы һаҡлағанда, ауыл хужалығы мәнфәғәтендә, эҙләнеү-ҡотҡарыу эштәре барышында. Уның ауырлыҡты күтәреү мөмкинлеге йөктө алып барып еткерергә генә түгел, ер ҡатламын төшөрөү өсөн махсус ҡоролма менән дә һөҙөмтәле эшләргә булышлыҡ итә. Ул аныҡ ваҡыт режимында мәғлүмәттәрҙе тапшыра ала. Максималь осош массаһы менән БАС-200-ҙөң осоу оҙайлығы дүрт сәғәткә тиклем һуҙыла. Питолһыҙ осоу аппараты иң күбе 200 килограмм масса менән 400 километрға тиклем алыҫлыҡта осош яһай ала. – “Ростех” дәүләт корпорацияһының “Рәсәй вертолеттары” акционерҙар йәмғиәте холдингының “КумАПП” акционерҙар йәмғиәте продукцияһы махсус эштәр үтәүгә тәғәйенләнгән граждандар вертолеттарының халыҡ-ара баҙарында алдынғы позицияны биләй. Төрлө модификациялы вертолеттар Рәсәй менән бер рәттән яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә уңышлы файҙаланыла. Бөгөн “КумАПП” акционерҙар йәмғиәте төҙөлгән контракттарға ярашлы, вертолеттар етештереүҙе дауам итә. Шулай уҡ продукцияның техник характеристикаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлекте алып бара. Модернизация һөҙөмтәһендә производство ҡеүәте үҫә, етештерелгән авиация техникаһының һатыу баҙары киңәйә, - ти“КумАП” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ольга Плохова. Фото: “КумАПП” йәмғиәте архивынан.