Башҡортостан ҡалаларында ағастан төҙөлгән йорттар төҙөлөшөнөң даими күргәҙмәләре барлыҡҡа киләсәк. Ике майҙансыҡтың урыны билдәләнгән дә инде – улар Өфө ҡалаһының Октябрь районында һәм Нефтекамала урынлашасаҡ. Һәр береһенең дөйөм майҙаны бер гектар самаһы тәшкил итәсәк. - Ағас йорттар төҙөлөшө үҫеше – перспективалы йүнәлеш. Был мәсьәләгә ил Президенты етди иғтибар бүлә. Уның ҡушыуы буйынса 2030 йылға тиклем республикала йыл һайын дүртешәр миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү планлаштырыла. Уның 2,6-2,7 миллион квадрат метры шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә инәсәк. Ағастан йорттар төҙөү урман комплексы үҫеше стратегияһына индерелгән. Уға ярашлы, ағас конструкцияларҙан йорттар файҙаланылған торлаҡ йорттар төҙөлөшөн 20 процентҡа тиклем еткереү планлаштырыла, – тип билдәләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Ағастан йорттар төҙөү буйынса күргәҙмә майҙансыҡтарының төп маҡсаттарының береһе – республикала йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға аҙ ҡатлы йортт