Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Етем балаларҙы кем ҡыйырһыта?

Октябрьский ҡалаһы прокуратураһы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын тикшерҙе. Нимәләр асыҡланды? Был төркөмгә ҡараған үҫмерҙәр торлаҡ менән тәьмин итеүгә мохтажлыҡ буйынса ҡала хакимиәтендә сиратта торған. Әммә урындағы үҙидара органы уларға торлаҡ майҙаны биреүҙе оҙайлы ваҡыт тотҡарлаған. Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, хоҡуҡ һаҡлаусылар судҡа дәғүә ғаризаһы биргән, уға ярашлы, муниципалитет ошо граждандарҙы махсуслашҡан торлаҡ бинаһында ҡуртым килешеүе буйынса йәшәү өсөн яраҡлы торлаҡ менән тәьмин итергә бурыслы. Прокуратураның талабы ҡәнәғәтләндерелгән: күҙәтеү органының был эшкә ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә 17 етемгә күп фатирлы йортта уңайлы торлаҡ бирелгән. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.