Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы халҡы “Ярҙам һәм мәрхәмәтлек өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта “Честно говоря” телеграм-каналы һөйләне. Район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров һүҙҙәренсә, был ауыл халҡы үҙҙәренең яҡташтарына – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам күрһәтә. “Фатима” фольклор төркөмө ағзалары башланғысы менән Ватан яҡлаусыларыбыҙға тыуған йорт йылыһын тапшырыу эше башланды. Һуңынан ауылдың башҡа кешеләре уларға ҡушылды. Рәсәй Хәрби-йыһан көстәре офицерҙары Мәскәүҙән беҙҙең район халҡы менән яҡындан танышырға килде. Ҡунаҡтар Торахан мавзолейында, Хажи Хөсәйен-бәк исемендәге мәсеттә, Пресвятая Богородица Успениеһы ғибәҙәтханаһында булды, шулай уҡ Еремеев ауылынан яҡташтарыбыҙ өсөн маскировка селтәре бәйләгән оҫталар менән осрашты", – тип яҙҙы Ришат Мансуров үҙенең телеграм каналында. “Награда тылда махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәребеҙгә ярҙам иткән кешеләрҙе дәртләндереү өсөн раҫланды. Түбәнге Хәжәт халҡы хәрби хеҙмәткәрҙәргә
