Найти тему
Башҡортостан гәзите

ГТО-ның алтын билдәһе – тағы бер еңеү

Спортсы һәм тренер Урал Рәхим улы Исмәғилев «Бер ил, бер команда, бер спорт яҙмышы: Евразия йөрәгенән күренеш» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты һәм ГТО-ның алтын билдәһе менән бүләкләнде. Сара барышында ҡатнашыусылар Рәсәй спортының мөһим темаларын, адаптив һәм милли спорт төрҙәрен үҫтереү һәм хуплау мәсьәләләрен тикшерҙе. Урал Исмәғилев Өфө районының Авдон ауылында йәшәй. Ғүмер буйы физкультура дәрестәре уҡыта, үҙе лә гел спорт менән шөғөлләнә. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрен районда ғына түгел республика кимәлендә лә һәйбәт беләләр. Бына инде бер йылдан ашыу Исмәғилевтәрҙең улы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Был осраҡта ла Урал Рәхим улы күңел болоҡһоуын эсенә йоммай, киреһенсә, яуҙағыларға ярҙам булһын тип, Авдон ауылында штаб ойоштороу эшен етәкләне. Район, ауыл хакимиәте ярҙамы менән бина бүленде, бында хәҙер селтәр үреү, шәмдәр эшләү һәм башҡа мөһим эштәр менән булышлар. Ошондай ауыр заманда Урал Рәхим улы ауылдаштарын бер көс итеп туплауға өлгәште. Фотолар Урал Исмәғилевтең шәхси архивынан алынды.