Табип прививкаһы кеше организмын үлемесле сирҙәргә яраҡлаштыра. Ә китап быуаттар аша белемде, аҡылды беҙгә килтереп еткерә ала, тип иҫәпләй ойоштороусылар. «Әҙәби прививка» майҙансығы кураторы Юлиә Хәкимованың әйтеүе буйынса, психологик уйындар майҙансыҡ эшенең бер йүнәлеше буласаҡ. Маҡсаты - психологтарға бармайынса, ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу. - Һәр кешенең бәхет рецебы үҙенсә, - ти ул. - Ләкин был рецептың бер ингредиенты бөтәһе өсөн дә бер: бәхетле кеше үҙенең һәм башҡаларҙың хис-тойғоларын яҡшы аңлай. Ә беҙ тәҡдим итәсәк уйындар кешеләрҙе үҙҙәрен, хис-тойғоларын һәм теләктәрен яҡшыраҡ аңларға өйрәтәсәк. Юлиә Хәкимова йәрминкәгә килеүселәргә ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән бындай бер нисә уйын сценарийын тәҡдим итәсәк. Беренсеһендә ир менән ҡатын араһында мөнәсәбәттәр өйрәнеләсәк, икенсеһендә - ата-әсәләрҙең үҫмерҙәр менән мөнәсәбәттәре, өсөнсөһөндә 10 йәше тулмаған балалар менән гармониялы мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында һүҙ барасаҡ. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/cotsium/2024-05-11/v-bashkirii-na-mezhdunarodnoy-yarmarke-kitap-bayram-vsem-zhelayuschim-sdelayut-literaturnuyu-privivku-3761448
"Китап байрамы"нда теләгән һәр кемгә "әҙәби прививка" эшләйәсәктәр
12 мая 202412 мая 2024
~1 мин