Ауырғазы районында йәшәгән Минира Бикәнәсова ҡартатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәт Резбаевтың немецтарҙа әсирҙә булған тарихты яҙған. "Доға ҡөҙрәте" тип атала ул. "...Ҡаты гөрһөлдәү тауышы мөһим заданиены үтәп ҡайтып килгән һалдаттарҙың икеһен ике яҡҡа алып осорҙо. Күкрәк тәңгәлендәге ҡаты һәм ауыр нәмәне тойоп, иҫенә килде Мөхәмәт. Көс-хәл менән күҙҙәрен асты, башы ауырта, ҡолағы бер ни ишетмәй. Немец һалдатының кирза итеге уның күкрәген иҙеп алып бара. – Әһә, тере был мәхлүк! Әйҙә тор, атла! – тип бойорҙо ул.Мөхәмәт йығылып китмәҫкә тырышып, тороп баҫты. «Павел ҡайҙа икән?» – тип уйларға ла өлгөрмәне, 10 – 15 метр алыҫлыҡта ятҡан дуҫының ҡанға батҡан үле кәүҙәһен күреп әсенде. «Эх, был ҡәбәхәттәр ҡулына эләгеү – ниндәй хурлыҡ. Бының өсөн баштан һыйпамаясаҡтар бит. Нимә эшләргә, ҡулда бер граната булһамы...» ...Әсирлеккә эләккән һалдаттарҙы немецтарҙың лагерына алып барып, теҙеп баҫтырҙылар.– Арағыҙҙа ат ҡарай белгәндәр бармы? Мөхәмәт бер аҙым алға атланы. Аттар янына уны