Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Телемедицина ла ярҙамға киләсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Дүртөйлө районының Байгилде ауылында тантаналы шарттарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.Программаның маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамын мөмкин тиклем яҡынайтыу. Яңы медицина учреждениеһы Байгилде халҡынан башҡа Ҡаҙы-Йәлдәк һәм Йәлдәк ауылдары кешеләрен дә хеҙмәтләндерәсәк. Барлығы – 393 кешене. Пациенттар бында диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын үтеү мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын асырға, дарыу препараттарына электрон рецептар алырға мөмкин буласаҡ. Электрокардиограмманы дистанцион рәүештә тапшырыу, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы белгестәре менән телемедицина консультацияларын үткәреү мөмкинлеге булыуы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итергә булышасаҡ. Яңы ФАП-та медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. –Ауылда яҡшы эшләү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылыуы һәм заманса ҡорамалдар алыныуы өсөн бик шатландым. Пациенттар ҙа ҡәнәғәт, – ти фельдшер Лидия Николаева. Рәсәй Президен

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Дүртөйлө районының Байгилде ауылында тантаналы шарттарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.Программаның маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамын мөмкин тиклем яҡынайтыу. Яңы медицина учреждениеһы Байгилде халҡынан башҡа Ҡаҙы-Йәлдәк һәм Йәлдәк ауылдары кешеләрен дә хеҙмәтләндерәсәк. Барлығы – 393 кешене. Пациенттар бында диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын үтеү мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын асырға, дарыу препараттарына электрон рецептар алырға мөмкин буласаҡ. Электрокардиограмманы дистанцион рәүештә тапшырыу, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы белгестәре менән телемедицина консультацияларын үткәреү мөмкинлеге булыуы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итергә булышасаҡ. Яңы ФАП-та медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. –Ауылда яҡшы эшләү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылыуы һәм заманса ҡорамалдар алыныуы өсөн бик шатландым. Пациенттар ҙа ҡәнәғәт, – ти фельдшер Лидия Николаева. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.