Быға тиклем Стәрлебаш районының Үрге Гөлөм ауылында медицина учреждениеһы булмағанлыҡтан, халыҡ күрше ауыл пункттарына йәки район үҙәгенә медицина ярҙамы алыу өсөн йөрөргә мәжбүр булды. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, ошо көндәрҙә Үрге Гөлөмдә яңы медицина пункты асылды. Программаның төп маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген киңәйтеү. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты 158 пациентты хеҙмәтләндерә, уларҙың 15-е балалар. Медицина учреждениеһы уңайлы кабинеттар, заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән, дефибриллятор, портатив электрокардиография аппараты менән йыһазландырылған. Халыҡҡа медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә тейешле шарттар булдырылған: һалҡын һәм ҡайнар һыу, электр уты үткәрелгән, ҡабул итеү, процедура кабинеттары бар. –Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килеүе һәр кем өсөн мөһим ваҡиға. Беҙ уны көтөп алдыҡ. Йорт эргәһендә генә урынлашҡан яңы эш урынына көн һайын килеү шатлыҡ ҡына. Быға тиклем Ямғырсы ауылына эшкә йө