Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев сираттағы бейеклеген яуларға йыйына. Иртәгә, үҙенең тыуған көнөндә, ул тамашасылар хөкөмөнә тәүге йырын сығармаҡсы. "Атай-әсәйем мине ишетһен" тип атала ул. Унда: Ямғыр туҡылдата, ямғыр туҡылдата Һәм күҙ йәштәре ҡыйыҡтан ағып төшә, Мин һөйөүҙе белмәгәйнем, мин уны белдем, Атай-әсәйем мине ишетһен, - тигән юлдар бар. Рөстәм был хаҡта май башында үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. "Атай-әсәйемә, уларҙың иҫтәлегенә бағышлап йыр яҙҙылар. Минең музыкаль белемем юҡ, тауышым да иҫ киткес түгелдер, артист түгелмен. Әммә был - минең беренсе йырым, уның аша үҙемдең йән әрнеүҙәрен, мөхәббәтемде белдергем килә", - тигән ул. Ә ошо көндәрҙә ул бер ҡосаҡ раузалар гөлләмәһе тотоп ата-әсәһенең ҡәберенә барып килде. Бер йәшендә генә әсәйһеҙ ҡалһа ла, яҡшы кеше - ул, туған, ир, атай булып үҫеүе мөһим уның. Фото һәм видео: Р. Нәбиевтең шәхси архивынан.