Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа йәшәгән бар яҡтан оҫта ханым Рәхимә Мусинаның яҙғандарын халыҡ яратып уҡый. Ул ҡул эштәренә лә маһир, тәмле итеп бешеренергә лә ярата. Сәләмәт тормош алып барған ханымдың аш-һыуы ла организм өсөн файҙалы. Был юлы үҙенең "Өсмөйөшлө хаттар"ы рецебы менән бүлешкән. "Өсмөйөшлө хаттар" тип атайым мин был ризыҡты. Үҙем ныҡ яратам, аҙнаһына бер бешермәйенсә ҡалмайым. Шуның өсөн генә кәбеҫтә тоҙлауҙан өҙөлмәйем. Элек, йәшерәк саҡта, кәбеҫтәне көҙгөһөн генә күп итеп тоҙлап алып ҡалырға кәрәк икән тип уйлай торғайным. Уны һаҡлау бер мәсьәләгә әйләнә. Тәрән баҙ юҡ, һыуытҡысҡа һыймай, туңдырһаң — тәме китә. Ә хәҙер өс литрлыҡ банкаға кәбеҫтә, бер аҙ кишер турап һалам да өҫтөнә тоҙло һыу ҡоям, йылы урында өс көндә кетерләп кенә торған ризыҡ әҙер ҙә була. Уға свежий кәбеҫтә бармай, бөтә "йөҙөминка"һы — тушеная квашеная булыуында!Тоҙло кәбеҫтәне табала һуған ҡушып майҙа әҙерәк быҡтырам. Йомшаҡ бәшмәк тә ҡушһаң, зерә лә тәмле! Шул эслекте оҙонсалап ҡырҡылған лавашҡа конверт рәүешендә урайым да туғылған йомортҡала (берәү артығы менән етә) әүәләп майҙа ике яҡтан ҡыҙҙырып алам. Лаваштың пшеничный ролл тигәне бигерәк тә шәп.Интернетҡа ашаған-кейгәндәренә хәтлем ҡуялар тип күп тәнҡитләгәстәре, һуңғы арала был темаға яҙмай ҙа башлағайным. Бөгөн төшкө сәйгә килгән ханым маҡтай-маҡтай рецебын һорап алғас, бәлки, һеҙгә лә оҡшар тип, "өсмөйөшлө хаттар"ым менән бүлешмәксе булдым. Етмәһә исеме лә бөгөнгө көндәр темаһына тап килеп тора бит", - тип яҙған ул. Һеҙ ҙә "Өсмөйөшлө хаттар"ҙы бешереп ҡарағыҙ әле! Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусина.