Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кәзә һаҡалын йыйырға өлгөрөгөҙ!

Кәзә һаҡалын май айында сәскә атҡанда ҡатмаҫ борон йыйырға кәрәк. Был үҫемлекте медицинала тамырын да, сәскәһен дә ҡулланалар. Уның составында сапонин, флавоноидтар, эфир майҙары, кремний, аскорбин кислотаһы, каротин бар. Бәүел ҡыуыу, тын юлдары, быуын сирҙәренән ҡулланыла. Бер-ике һабағын ашағанда ла, организмды бер тәүлеккә етерлек С һәм А витаминдары менән туйындыра. Авитаминоз булғанда кәзә һаҡалының кипкән япрағынан эшләнгән порошокты ҡулланалар, сәй итеп тә эсәләр. Ҡоро йүтәл булғанда был үлән айырыуса файҙалы. Эс ҡатһа, баш ныҡ ауыртһа ла, уның шифаһы тейә. Быуындар һыҙлағанда ҡулланғанда ауыртыуҙы баҫыу үҙенсәлеге бар. Грипп, хроник бронхит, тымау менән сирләгәндә тамырын, сәскә-япрағын төнәтеп, көнөнә 3-4 мәртәбә яртышар стакан эсергә кәрәк. В. Рәхмәтова фотоһы.