Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был ике егет Өфөнән Сочиға велосипедта елдерә

Башҡортостан велосипедсылары Ростов өлкәһендә башҡорт бейеүен бейегән. Велосипедта сәйәхәт итеүҙәре һәм блогерлыҡ эшмәкәрлеге менән билдәле Cалауат Зәйнетдинов yенән Динар Нәсибуллин Ростов өлкәһенән мажаралары менән уртаҡлашҡан."Беҙ хәҙер Дондағы Ростовтан 120 саҡрым алыҫлыҡта торабыҙ. Ямғырҙан һуң үтәнән-үтә һыуландыҡ, әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан бәхетлебеҙ, хатта трассала бейей башланыҡ", - тип белдерә Салауат. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике аҙна элек улар велосипедта Өфөнән Сочиға юлландылар. Ошо ваҡыт эсендә Һамар һәм Волгоград кеүек ҡалаларҙы үтеп өлгөргәндәр. Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар" төркөмөнән Фото: Видеонан скриншот