Алдан хәбәр итеүебеҙсә, популяр йырсылар Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдинов (Вилли) Ҡазанда йорт төҙөй. Күптән түгел йәш парға "Сер итеп" тапшырыуының алып барыусыһы Роза Хәйруллина ғаиләлә аҡсаның нисек бүленеүе хаҡында һораған. Гөлназ Асаева йорт төҙөүгә бер тин аҡсаһын да бирмәүен белдергән. – Мин ҡыҫылмайым, ғөмүмән, үҙемдең кәрәк-яраҡтарымды хәстәрләйем, клиптар төшөрөү, костюмдар… Ә Вилдан ысын ир-егет булараҡ, йорт төҙөй. Шуға ла беҙ бер ҡарарға килдек: мин бер тин дә түкмәйем, Вилдан үҙе эшләп сығасаҡ ул йортто, – тигән Гөлназ. Вилдан был һүҙҙәргә шаяртыу ҡатыш яуап биргән: "Был яҡтан миңә "повезло", Гөлназ аҡсаны үҙе "умырып" эшләй. Ул үҙенә туҙҙыра. Өй һалырға аҡса ҡалып бара, Аллаға шөкөр". "Вилдандыҡы- беҙҙеке, минеке - минеке инде, миңә ҡалһа, һәр ғаиләлә шулайҙыр. Үҙем эшләгәнде үҙемә бөтөрәм, Вилдан эшләгән аҡсаһын беҙгә бөтөрә", -тип асыҡлыҡ индергән Гөлназ. Кемдең аҡсаһын кем һәм нимәгә тотоноуҙары мөһим түгел, иң мөһиме - йәштәр бәхетле булһын, йырҙары тамашасыларҙы ҡыуандырһын, йорттары тиҙерәк төҙөлөп бөтһөн, ил-йорт тыныс булһын! Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"