Шешенеүҙән, артыҡ ауырлыҡтан да арындыра Етен орлоғоноң файҙаһы тураһында беләбеҙ. Бер ҡалаҡ етен орлоғона бер стакан һыу һалып, 10 минут талғын утта ҡайнатабыҙ ҙа алып һыуытабыҙ. Төнәтмәне һөҙөп тә, һөҙмәйенсә лә эсергә була. Орлоҡтары ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай тәьҫир итә. 1 литр төнәтмәне көнө буйына ике сәғәт һайын яртышар стаканлап эсергә. Тәме оҡшамаһа, берәй һут ҡушып ебәрергә мөмкин. Оҙон юлға сығыр алдынан эсмәгеҙ! Тағы бер ысул: 100 мл һыуҙы 20 градусҡаса йылытып, 10 мл алма һеркәһе ҡушып, яҡшылап бутарға. Артабан 50 мл кефир ҡойоп ашағандан һуң 30 минут үткәс эсергә. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.