Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфө Китап байрамын ҡаршылай

Быйылғы Китап байрамының үҙенсәлектәре, үткәрелә торған саралар тураһында "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, һуҡырҙар өсөн М. Төхвәтшин исемендәге махсус республика китапханаһы директоры Айгөл Әминева һөйләне. 24–26 майҙа баш ҡалабыҙҙа инде икенсе тапҡыр Китап байрамы ойошторола. Былтыр үткән Халыҡ-ара йәрминкә бик уңышлы булды – сара Рәсәйҙә лә, яҡын-тирәләге илдәрҙә лә танылыу яулап өлгөрҙө. Быйылғы байрам бер нисә теманы үҙ эсенә ала: Өфөнөң 450 йыллығы, илһөйәрлек – махсус хәрби операцияға ярҙам, бөйөк шағир, рус әҙәбиәте классигы А. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыу, Башҡортостан әҙәбиәтен популярлаштырыу саралары. Өфөнөң Совет майҙаны өс көн буйы китап сығарыусыларҙы, яҙыусыларҙы, уҡырға яратыусыларҙы йәлеп итеп торасаҡ. Йәрминкә программаһы бай йөкмәткеле. Совет майҙаны һәм уның тирә-яғындағы урамдарҙа 60-ҡа яҡын майҙансыҡ эшләүе күҙ уңында тотола. "Китап байрамы – ул илебеҙҙәге иң яҡшы фестиваль. Мәскәү китап йәрминкәһе, әйтәйек, тик нәшерселәргә тәғәйенләнгән, ә беҙҙәге сараға халыҡ тотош ғаилә менән килә, – тине Әминә Шафиҡова, Башҡортостанда үткәрелгән сараның үҙенсәлеген билдәләп. – Балаларға китап ҡарау, һатып алыу ғына ҡыҙыҡ түгел, улар үҙҙәре ҡатнашырлыҡ бүтән төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙы ла көтә. Шуға ла беҙҙең Китап байрамының программаһы ныҡ уникаль, был башҡа бер китап йәрминкәһендә лә юҡ”. Быйыл тап Китап байрамы ваҡытында Өфөлә Рәсәй Яҙыусылар союзы пленумы үткәрелә. "Бында илебеҙҙең 30 төбәгенән һәм Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжандан, Беларусь Республикаһынан вәкилдәр килә. Ижадсылар әҙәбиәтте үҫтереү һәм популярлаштырыуҙағы, төрлө мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы тәжрибәләре менән уртаҡлаша", – тип билдәләне Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Башҡортостанда әле һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы бара. Китап байрамында ла уларға айырым иғтибар бүленә. "Быйыл беҙ ҙә бер нисә ҡыҙыклы сара әҙерләнек, оҫталыҡ дәрестәрен ойошторабыҙ", – тип һөйләп үтте һуҡырҙар өсөн М. Төхвәтшин исемендәге махсус республика китапханаһы директоры Айгөл Әминева. Бер һүҙ менән әйткәндә, Китап байрамында бихисап ҡыҙыҡлы саралар, осрашыуҙар, абруйлы ҡунаҡтар көтөлә. Үҙенсәлекле ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ, үҙ күҙҙәрегеҙ менән килеп күрегеҙ, дуҫтар! Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Валерий Шахов фотоһы.