Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Һоҡланып ҡарап торор инем..."

Китапханасы эшенә иғтибар, ышаныс артыуы һөнәремде тағы ла нығыраҡ яраттырҙы, ти Стәрлетамаҡ ҡалаһының Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәттәре үҙәге – 7-се моделле китапхана мөдире Гүзәл Әҡсән ҡыҙы Ишбулдина. Ул – Ғафури районының Толпар ауылы ҡыҙы. Урындағы урта мәктәптә белем алғас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, унан Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында уҡыған. Өс йыл тыуған ауылында клубта эшләгән, артабанғы яҙмышы китапхана менән бәйле. – Бала саҡтан китап яраттым. Ҡайһы берҙәрен ҡат-ҡат уҡый, яңыларын көтөп ала торғайным, – ти Гүзәл Әҡсән ҡыҙы. – Ауылыбыҙ китапханасыһының эшен күҙәтеп, эй һоҡлана инем. Ошо һөнәргә ынтылыш мине мәҙәниәт һәм сәнғәт юлынан алып китте лә инде. Техникумда режиссура бүлеген тамамлағайным, был йәһәттән белемем дә эшемдә ныҡ ярҙам итә. Гүзәл Әҡсән ҡыҙы хәҙер инде ете йылдан ашыу Стәрлетамаҡ ҡалаһының Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәттәре үҙәге – 7-се моделле китапханаһында эшләй. 2021 йылдан алып – уның мөдире. – Беҙҙә ҡала кимәлендәге ҙур-ҙур әҙәби, мәҙәни саралар үтә. Мәҫәлән, яңы китаптарҙың исем туйҙары, Стәрлетамаҡ әҙиптәренең юбилейҙары, шәжәрә байрамдары, “Етегән” әҙәби кафеһы, – ти Гүзәл Әҡсән ҡыҙы. – Барыһын да юғары кимәлдә ойошторорға тырышабыҙ. Алда әйткәнемсә, был йәһәттән режиссерлыҡ белемем дә ныҡ ярҙам итә. Ғөмүмән, хәҙер китапханасының бурыстары ныҡ артты. Беҙ кешеләргә китап биреп кенә ултырмайбыҙ, ә уларҙы рухи яҡтан тәрбиәләү маҡсатында төрлө яҡлы эш алып барабыҙ. Китапханасыларға күрһәтелгән ошондай ышаныс, "йөҙөп йөрөп" хеҙмәтләндереү мөмкинлеге һөнәремде тағы ла нығыраҡ яраттырҙы - тормошомдо унан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәттәре үҙәге – 7-се моделле китапханаһы Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итә. Гүзәл Ишбулдина үҙе - милли ойошманың әүҙем ағзаһы ла. Шулай уҡ ҡаланың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берекмәһендә тора. Китапханала рус балалары өсөн "Башҡорт телен өйрәнәбеҙ" тигән түңәрәк тә алып бара. "Был - минең проект. Ул күберәк уйын формаһында үтә, балалар төрлө башҡорт йырҙарын ихлас өйрәнә", - ти уңған китапханасы. Хөрмәтле дуҫтар! "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә китапханасылар араһында барған конкурс ҡатнашыусылары өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фотолар Г. Ишбулдинаның шәхси архивынан алынды.