Уға уңыш һәр саҡ юлдаш. Дүртенсе “Рәсәй лидерҙары” конкурсы суперфиналисы, “Һаулыҡ һаҡлау” трегы еңеүсеһе, акушер-гинеколог Динар Ғабдрахманов Башҡортостанда үткәрелгән “Иң яҡшы табип” конкурсында йәнә еңеү яуланы. Белгесте алда профессиональ ярыштың федераль этабы көтә. Динар Ғабдрахманов ихлас күңелдән әсәләрҙең һәм тыуасаҡ сабыйҙарҙың сәләмәтлеге өсөн янып-көйә, борсола, тәжрибәһен һәм белемен уларҙың һаулығын нығытыуға бирә. Уның “Аңлы ата-әсәлек мәктәбе” Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы эргәһендәге Йәштәр парламентының һаулыҡ һаҡлау буйынса эксперт советы тарафынан хуплау тапты. “Иң яҡшы табип-24” исеменә республиканың 89 медицина ойошмаһынан 247 белгес дәғүә итте. Конкурс шарттары буйынса, ярышта ҡатнашыусының хеҙмәт стажы кәм тигәндә ун йыл тәшкил итеүе, ә конкурсҡа тәҡдим иткән ойошмала биш йыл эшләүе мотлаҡ. Республика клиник перинаталь үҙәге акушер-гинекологы, акушерлыҡ-гинекология стационары мөдире ҡатмарлы йөклөлөк һәм бала табыу осраҡтарын алып бара, консультация бирә, хәүеф