2024 йылдың 31 майында Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» XI Бөтә Рәсәй конференцияһының төбәк этабы уҙа. Сара «Мәғариф» милли проектына ярашлы, «Башҡортостан Республикаһы мәғарифын үҫтереү» дәүләт программаһының «Һәр баланың уңышы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Конференцияны «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Вуз-ара студенттар кампусы менән берлектә БР Мәғариф һәм фән министрлығы, «Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» балалар фәнни һәм техник ижадына ярҙам фонды, Дәүләт Думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи һәм дини берекмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты һәм «Башҡортостан кванториумы» республика балалар белем биреү технопаркы ойоштора. Конференцияның маҡсаты – фән һәм техника өлкәһендә балаларҙың һәм йәштәрҙең ижади потенциалын асыу, балаларҙы реаль технологик бурыстарҙы хәл итеүгә йәлеп итеү. Сарала 7 – 18 йәшлек уҡыусылар ҡатнаша ала. Ярыштар медицина, аҡыллы до
Уҡыусыларҙы вуз-ара кампуста үтәсәк конференцияға саҡыралар
22 мая 202422 мая 2024
2 мин