2019 йылдан, “Башҡорт ихаталары” программаһының тормошҡа ашырыла башлауы һөҙөмтәһендә 1326 йорт эргә-тирәһе төҙөкләндерелгән. Быйыл, был программаға ярашлы, 33 муниципалитетта 143 йорт эргә-тирәһен төҙөкләндерәләр. Эш күләме 1 миллиард 84 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Мәҫәлән, Шишмәлә Чернышевский урамындағы ихатаны төҙөкләндерәләр. Эшселәр, урында йәшәүселәр менән кәңәшләшеп, иҫке гараждарҙы һүткәндәр, мөгәрәптәрҙе күмгәндәр, нигеҙ әҙерләгәндәр, бордюрҙар ҡуйғандар. Әлеге ваҡытта подрядсылар ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә булмаған инженер коммуникацияларын эшләй. “Алты уйын элементтары, ете спорт, шулай уҡ 200 метр ҡоймаһы әҙерләнеү хәлендә, - тип белдерҙеләр республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығынан. – Бынан тыш, биләмәне комплекслы төҙөкләндереү өсөн муниципалитет хакимиәте бюджеттан эргә-тирәләге тағы өс йорт ихатаһын төҙөкләндереү өсөн аҡса бүлергә ҡарар итте. Ошо уҡ йорт ихатаһында ике йорттоң ҡыйығын ремонтлау планлаштырылған”. Үрҙә әйтелгән барлыҡ эштәр ҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный пооект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.