Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Йәмәғәт дипломатияһында ҡатын-ҡыҙҙың роле" хаҡында фекер алышыу Сибай ҡалаһында үткән «Урал аръяғы» VI Бөтә Рәсәй инвестһабантуйы темаларының береһе буласаҡ. Тематик эшлекле “иртәнге аш” Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһы һәм уның төбәк вәкиллеге булышлығында уҙа. Сарала ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙҙарҙың тыныслыҡты, милләттәр араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға һәм донъялағы проблемаларҙы хәл итеүгә индергән өлөшө хаҡында фекер алышасаҡ. Гүзәл заттарға ижтимағи дипломатия өлкәһендә үҙ маҡсатарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк һәм башҡаларҙың ғәмәлдәренә илһамландырасаҡ тәғәйен аҙымдар һәм башланғыстар тәҡдим ителәсәк. - Эшлекле “иртәнге аш”та хәҙерге донъяла ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһенең роленә һәм уның мәғариф, фән, иҡтисад һәм мәҙәниәт өлкәһендәге урындарына ҡағылышлы мәсьәләләр ҡараласаҡ. Үҙҙәрен күрһәтә, һәләтен, һөнәри потенциалын тормошҡа ашыра, йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләренә әүҙем индереү өсөн уңайлы шарттар булдыра алһын өсөн һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн яңы мөмкинлектәр асыу мөһим, - тип билдәләне Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһының генераль советы рәйесе Светлана Смирнова. Ул илебеҙ төбәктәре, шулай уҡ сит илдәр менән күп яҡлы бәйләнештәрҙе һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән «Урал аръяғы» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашыуыма ихлас шатмын, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024»VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан