Башҡортостан халҡы 2023 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектының рейтинг тауыш биреүе барышында хуплаған йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре башланды. Быйыл республикала проект сиктәрендә 123 объект төҙөкләндереләсәк. Йәмәғәт урындарын яңыртыу 30 октябргә тиклем тамамланасаҡ. 2019 йылдан Башҡортостанда бөтәһе 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Мәҫәлән, Туймазы ҡалаһында Октябрь майҙанын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ике йыл элек бында яҡтыртҡыслы фонтан эшләй башлаған, майҙандың үҙенә таш түшәлгән, фонарҙар ҡуйылған, ә периметры буйынса ағастар ултыртылған. Башланғыс проект буйынса бында шулай уҡ сәхнә һәм кафе булырға тейеш ине. Әммә реконструкция барышында был идеянан баш тартырға һәм ҡала майҙанының традицион тәғәйенләнешен һаҡлап ҡалырға ҡарар ителде. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса ағымдағы йылдың көҙөнә майҙанда 12,5 метр бейеклектәге стела барлыҡҡа киләсәк. Ул гранит нигеҙгә һалынасаҡ, осона