Ҡалҡан биҙе патологиялары һиҙҙермәйенсә башлана һәм оҙаҡ ваҡыт бер ниндәй билдәләре күҙәтелмәй. Рәсәйҙә эндокрин системаһы сирҙәрен иҫкәртеү аҙналығы бара. Биҙҙәр системаһы гормондар етештерә һәм уларҙы ҡанға бүлеп сығара. Был гормондар организмдың йәшәү өсөн мөһим функцияларын контролләй, мәҫәлән, үҫеште, матдәләр алмашыныуын. Эндокрин сирҙәре ваҡытында матдәләр алмашыныуы боҙола һәм тире, бөйөр һәм башҡа сирҙәр мәлендәге кеүек билдәләр барлыҡҡа килә. Йылдан-йыл эндокрин системаһы сирҙәре нығыраҡ тарала бара. Был ҡалҡан биҙе, шәкәр диабеты һәм башҡа етди ауырыуҙарға ҡағыла. Ҡалҡан биҙе сирҙәре шәкәр диабетынан һуң килгән эндокринологик тайпылыштар араһында икенсе урында тора. Улар планета халҡының 30 процентында осрай. Өҫтәүенә ҡатын-ҡыҙҙар ир-ат менән сағыштырғанда ун тапҡырға йышыраҡ ауырый. Ҡалҡан биҙе муйындың алғы өлөшөндә урынлашҡан, ул ҡайһы бер мөһим гормондарҙы синтезлай. Ҡалҡан биҙе гормондары матдәләр алмашыныуын көйләй, баш мейеһе, йөрәк һәм мускулдар эшмәкәрлегенә ярҙам
