Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфө ил кимәлендәге сараны ҡабул итә

2024 йылда Рәсәйҙә 10-сы юбилей VK Fest үтәсәк. Быйыл был ҙур музыкаль шоуҙы илебеҙҙең биш ҡалаһы ҡабул итә. Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында Өфө лә бар. Улай ғына ла түгел, беҙҙең баш ҡала фестивалде асыусы тәүге ҡала буласаҡ. Өфөлә VK Fest 1 июндә “Ватан” паркында үтә. Беҙҙән һуң был ил кимәлендәге сараны Красноярск (8 июндә), Сочи (15 июндә) ҡабул итәсәк. Санкт-Петербургта сара 29 һәм 30 июндә, Мәскәүҙә 13 һәм 14 июлдә ойошторола. Бында фестиваль “Лужники” стадионында үтә. Һәр майҙансыҡта үҙ хедлайнерҙар көтөлә, VK Fest-тың төрлө сәхнәләрендә билдәле артистар, блогерҙар һәм һәләтле кешеләр сығыш яһаясаҡ. Улар үҙҙәренең оҫталыҡары менән уртаҡлашасаҡ. Уртаҡ исемлектә Тимати, Мари Краймбрери, Мот, Элджей, Баста кеүек йондоҙҙар бар. Өфөләге фестивалгә килгәндә, беҙҙә “Звери” һәм Cream Soda төркөмдәре, шулай уҡ Хаски, Ramil’, Клава Кока, Ольга Бузова һәм Юля Паршута исемле Рәсәй йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Быйылғы йәйҙең иң сағыу музыкаль ваҡиғаһы яҡынлашыу менән йондоҙҙар исемлеге тулылана

2024 йылда Рәсәйҙә 10-сы юбилей VK Fest үтәсәк. Быйыл был ҙур музыкаль шоуҙы илебеҙҙең биш ҡалаһы ҡабул итә. Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында Өфө лә бар. Улай ғына ла түгел, беҙҙең баш ҡала фестивалде асыусы тәүге ҡала буласаҡ. Өфөлә VK Fest 1 июндә “Ватан” паркында үтә. Беҙҙән һуң был ил кимәлендәге сараны Красноярск (8 июндә), Сочи (15 июндә) ҡабул итәсәк. Санкт-Петербургта сара 29 һәм 30 июндә, Мәскәүҙә 13 һәм 14 июлдә ойошторола. Бында фестиваль “Лужники” стадионында үтә. Һәр майҙансыҡта үҙ хедлайнерҙар көтөлә, VK Fest-тың төрлө сәхнәләрендә билдәле артистар, блогерҙар һәм һәләтле кешеләр сығыш яһаясаҡ. Улар үҙҙәренең оҫталыҡары менән уртаҡлашасаҡ. Уртаҡ исемлектә Тимати, Мари Краймбрери, Мот, Элджей, Баста кеүек йондоҙҙар бар. Өфөләге фестивалгә килгәндә, беҙҙә “Звери” һәм Cream Soda төркөмдәре, шулай уҡ Хаски, Ramil’, Клава Кока, Ольга Бузова һәм Юля Паршута исемле Рәсәй йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Быйылғы йәйҙең иң сағыу музыкаль ваҡиғаһы яҡынлашыу менән йондоҙҙар исемлеге тулыланасаҡ һәм махсус ҡунаҡтарҙың исемдәре билдәле буласаҡ. Шулай уҡ тиҙҙән парк майҙансыҡтарында лекторий һәм оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүселәрҙең исемдәре асыҡланасаҡ. Был ваҡиғаны ҡалдырмағыҙ һәм яҡшы кәйеф тулҡынында булығыҙ! Фото: gorodzovet.ru