Апрелдә билдәле йырсылар, таланты яҡташтарыбыҙ Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина ата-әсәй булды. Уларҙың Әлим исемле улдары тыуҙы. Әле Ришат Төхвәтуллин атай булараҡ барлыҡҡа килгән хис-тойғолары тураһында “Шәһри Казан” баҫмаһына һөйләгән. – Нисек һуң атай булыуы? – Собханаллаһ, тормош бөтөнләй үҙгәргән кеүек. Ҙур шатлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ та. Хәҙер өйҙә улым көтөп торғас, йортобоҙ ҙа тулы кеүек. Элекке менән сағыштырам да, өйөбөҙ бигерәк буш булған икән тип уйлап ҡуям. Атай булғас тормош күпкә ҡыҙығыраҡ. Баланың һәр һулышына шатланаһың, ярты көндө бала ҡарауға бағышлайым. – Сығыштарҙы бер аҙ кисектереп торманыңмы һуң? – Барыһы ла ғәҙәти режимда ҡалды. Әлиә улым менән өйҙә концерттан ҡайтыуымды көтөп ултыра. – Тимәк, Әлиәне концерттарҙан азат иттегеҙ? – Баланы ҡалдырып, концерттарға сығып китеү бик үк дөрөҫ булмаҫ. Балаға һәр ваҡыт әсәһе кәрәк, бигерәк тә сабый сағында. Улымдың күкрәк һөтөн имеп үҫеүен теләйем. – Әлим менән икегеҙ генә ҡалғанығыҙ бармы әле? – Әлбиттә, Ә