Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш ауылында М.Ғ. Мәхмүтов исемендәге Стәрлебаш тыуған яҡты өйрәнеү музейында йылдың иң ҙур мәҙәни ваҡиғаһы, күптән көтөлгән "Музейҙар төнө - 2024" Бөтә Рәсәй музей акцияһы уҙҙы. Сара "Мәҙәниәт" милли проекты маҡсаттарына тап килә. Музей директоры Зөлхизә Әсәҙуллина музейға килгән һәр кешене шатланып ҡаршы алды һәм күргәҙмәләр, экспозициялар буйлап экскурсия үткәрҙе. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡунаҡтарына матурлыҡ менән танышырға тәҡдим итте. Ғаилә йылының темаһы – “Ғаилә – илһам сығанағы”. Акцияның төп маҡсаты мәҙәни һәм тарихи мираҫҡа арналған сағыу, ғәҙәти булмаған программалар менән халыҡты йәлеп итеү һәм ҡыҙыҡһындырыу мөмкинлеге булды. Стәрлебаш районында тыуған төйәгенең сәскә атыуы өсөн тырышҡан бик күп татыу, матур, өлгөлө ғаиләләр йәшәй. Сараға Йәрмиевтар, Ибәтуллиндар һәм Сәғитовтар кеүек ғаиләләр саҡырылғайны. Ильясовтар ғаиләһе милли эсемлек – буҙа эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Балалар сәнғәт мәктәбенең һүрәт төшөрөү буйынса уҡытыусыһы Ләйлә Абайдуллина "Йылы йорт" оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә төрлө күргәҙмәләрҙе асыу тантанаһы үтте, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар уҙғарылды. Акция барышында психологтар "Мин үҙемде һәм ғаиләмде өйрәнәм" тренингы ойошторҙо. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.