"Ирһеҙ ҡалғығыҙ килмәһә, ҡыҙҙар, бер ҡасан да әхирәттәрегеҙҙе яҡынлатмағыҙ! Мин әлеге ваҡытта үлем менән йәшәү араһында ҡалдым тиергә була. Ирем менән 15 йыл йәшәнек. Күршеләр менән ныҡ яҡын дуҫ булдыҡ. Ирҙәр тышҡы эштәрҙе бергә эшләһә, беҙ өй йыуыу, мунса һылауҙа бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бер туғандай йәшәнек. Балаларыбыҙ бер мәлдә тыуҙы. Әхирәттең һөтө бөтөп киткәндә, мин имеҙә инем улын. Уйламағанда күршебеҙ ковидтан үлеп китте. Әхирәтем генә түгел, беҙ ҙә ныҡ ҡайғырҙыҡ. Уның яңғыҙын ҡалдырмай бергә алып йөрөнөк. Ҡунаҡҡа ла, башҡа ергә лә. Ирем ул йорттоң барлыҡ ирҙәр эшен алып барҙы. Нимәһе боҙолһа ла, йүгерә һалып барып йүнәтте. Мин дә “беҙҙекен һуңынан эшләрһең, бар ярҙам ит, яңғыҙлығын тоймаһын” тип өгөтләп ебәрер инем. Ул хәлдәргә ике йылдан ашыу ваҡыт үтте. Бына хәҙер шул әхирәт менән минең ирем Себергә сығып киттеләр. Ирем: “Ғәфү ит, унһыҙ йәшәй алмайым, яратам”, - тине. Ә әхирәт тигәнем: “Ҡайһылайтаһың инде, беҙгә мөхәббәт 40 йәшкә яҡынлағанда килде”, - тине. Уйнашлыҡ тимәй, мөхәббәт тип ауыҙ асып тора икеһе лә оялмай! Сәсенә барып йәбешкәйнем, ирем туҡматтырманы. Бер-икене тибеп кенә өлгөрҙөм. Бына шул кешенең ояты ҡайҙа?! Минең өсөн бар нәмә емерелде. Быйыл балалар уҡырға инә торған йыл. Ә мин яңғыҙ! Бер эшкә лә ҡулым бармай. Ирем берәй икенсе ҡатынға әүрәп сығып китһә лә, улай уҡ ҡыйын булмаҫ ине. Ә быны туғанымдан артыҡ күрҙем бит... Ҡороп ҡына китһендәр инде икеһе лә, йәлсемәһендәр мәңге!" Бына шундай тарих. Иремде алып китер тип, әхирәттәрҙән дә ваз кисергәме инде?.. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Сығанаҡ: https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_7573