Баш ҡалабыҙ Өфө 450 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. Оло юбилей алдынан яңы объекттарҙы сафҡа индереү, йорт-еребеҙҙе рәтләү, урамдарҙы, парк һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү менән бер рәттән яҙмышы Өфө менән бәйле шәхестәр ҙә барлана, улар хаҡында иҫтәлектәр тергеҙелә. Шундай тарихи шәхестәрҙең береһе – күренекле тарихсы, Рәсәй мәғарифын ойоштороусы, СССР Фәндәр академияһы академигы Матвей Кузьмич Любавский. Фән донъяһына илткән юлдар Матвей Любавский 1860 йылдың 13 авгусында Рязань губернияһы Сапожков өйәҙенең Большие Можары ауылында диакон ғаиләһендә тыуған. Йәш сағында бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында бер күҙен юғалтҡан. Башланғыс белемде Сапожков дини училищеһында ала. 1874 йылда Рязань дини семинарияһына уҡырға инә. Әммә ул руханилыҡ юлынан китмәй һәм 1878 йылда Мәскәү университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. Университетта профессорҙар В.О. Ключевский, В.И. Герье, Н.А. Попов Любавскийҙың остаздары була. “Мәскәү дәүләтенең хеҙмәтле кешеләре, ҡала дворяндары һәм баяр балалары” тигән сығарылыш иншаһы алтын миҙалға лайыҡ була. Яҡшы уҡыған, ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәшкән егетте, профессор исеменә әҙерләү өсөн, рус тарихы кафедраһы ҡарамағында ике йылға артабан уҡырға ҡалдыралар. 1894 йылда магистрлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, Мәскәү университетының рус тарихы кафедраһы доценты булып китә, Литва-Рус дәүләте тарихы, тарихи география, көнбайыш славяндар тарихы буйынса лекциялар уҡый. 1901 йылда рус тарихы докторы дәрәжәһен алғандан һуң, Мәскәү дәүләт университетының экстраординар профессоры итеп раҫлана. М.К. Любавскийҙың тарихи география, боронғо һәм яңы рус тарихы, шулай уҡ күп йылдар үткәс тә көнүҙәклеген юғалтмаған көнбайыш славяндары тарихы буйынса уҡыған университет курстары бөгөнгәсә һаҡланған. Шул уҡ 1901 йылда уҡытыусыһы һәм остазы В.И. Герье уны Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында уҡытырға саҡыра. 1911 йылда “Кассо эше” буйынса Мәскәү дәүләт университетынан 100-ҙән ашыу профессор һәм уҡытыусы эштән китә һәм М.К. Любавский университет ректоры итеп һайлана һәм 1917 йылға тиклем ошо вазифала эшләй. Ул уҡыу процесын сәйәсиләштереүгә ҡаршы сыға, уҡыу йортоноң автономияһын, күп кенә һәләтле ғалимдар киткәндән һуң университет традицияларын һәм уҡытыуҙың юғары кимәлен һаҡларға тырыша. 1918-1930 йылдарҙа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында һәм 2-се Мәскәү дәүләт университетында архив дисциплиналарын уҡыта. Октябрь революцияһынан һуң илдең тарихи-мәҙәни ҡаҙанышын – уның архивтарын һаҡлауға ҙур өлөш индерә. 1918-1920 йылдарҙа Баш архивтың Мәскәү бүлексәһе етәксеһе, коллегия ағзаһы, рәйес урынбаҫары була. 1920 йылда Сит ил эштәре халыҡ комиссариатының архив мәсьәләләре буйынса эксперт-консультанты булараҡ РСФСР һәм Польша араһында тыныс килешеү төҙөү буйынса Рига конференцияһында ҡатнаша. Артабан Матвей Кузьмич Любавский Берҙәм дәүләт архив фондының Мәскәү бүлексәһендә эшләй, 1925 йылдан РСФСР Үҙәк тарих архивының Мәскәү бүлексәһе Боронғо һаҡлағысы (хәҙерге Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы) директоры була. Документтарҙы тикшереү һәм һаҡлауҙы ойоштороу, Шереметовтар, Голицындар, Шаховтар, Иҫке эштәр архивы һәм Һарай архивының рус дворян фамилияларының уникаль архив фондтарын тасуирлау өсөн күп эштәр башҡара. “Рәсәйҙә архив эше тарихы” тигән классик уҡыу әсбабын әҙерләп баҫтыра. 1929 йылда СССР Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана. Академиктың Өфөгә бәйле осоро 1930 йылда 70 йәшлек ғалим “Академия эше” буйынса ҡулға алына. Бер йыл төрмәлә ултыра, унда “Бөйөк рус милләтле төп дәүләт биләмәһе мәғарифы (Новгород һәм Псков)” хеҙмәте өҫтөндә эшләүен дауам итә. 1931 йылдың февралендә улы Валериан ҡулға алына һәм июндә “контрреволюцион эшмәкәрлек” өсөн атып үлтерелә. Ошо уҡ йылда Берләшкән дәүләт педагогия университеты ҡарары менән М.К. Любавский академик исеменән мәхрүм ителә һәм Өфөгә һөргөнгә оҙатыла. Һөргөндә булғанда, Матвей Кузьмич Башҡорт АССР-ның Милли мәҙәниәт институты менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. 1932-1934 йылдар дауамында беҙҙең төбәктәге ер биләү һәм синфи көрәш тарихын өйрәнә, “XVIII – XIX быуаттарҙа Башҡортостанда ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу”, “XVII – XVIII быуаттарҙа аҫаба башҡорттар һәм килмешәктәр”, “XVII – XVIII һәм XIX быуаттарҙа башҡорттарҙа ер биләү һәм ер менә файҙаланыу тарихы буйынса очерктар”, “XVIII һәм XIX быуаттарҙа Башҡортостанда мосолман алпауыттар һәм уларҙың крепостнойҙары”, “XVII һәм XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары тураһында очерк” тигән монографиялар яҙа, әммә улар донъя күрмәй. 1934 йылдың декабрендә был эшенән дә ҡыуыла һәм йылға яҡын ғәҙеллекте кире ҡайтарыу, йәғни эшенә ҡайтыу өсөн көрәшә. Матвей Любавский 1935 йылдың 5 ноябрендә азат ителә, әммә теүәл бер йылдан – 1936 йылдың 22 ноябрендә вафат була. Өфөнөң Сергиев зыяратында ерләнгән. М.К. Любавскийҙың исеме 1967 йылдың июлендә аҡлана. СССР Фәндәр академияһының 1990 йылдың 22 мартындағы ҡарарына ярашлы, уның академик дәрәжәһе тергеҙелеп, исеме СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзалары (академиктары) составына өҫтәлә. 1968 йылдың 15 мартында СССР Фәндәр академияһы президенты М.В. Келдыш ғалимдың ҡыҙы Вера Матвеевна Ливановаға яҙған хатында былай ти: “Атағыҙҙың ижади мираҫын һаҡлау уның ватан фәне алдындағы ҙур ҡаҙаныштарын таныу ғына түгел, шулай уҡ Рәсәй тарихы проблемаларын артабан өйрәнеү өсөн етди әһәмиәткә эйә, быға илебеҙҙең ҙур ғалимы – академик Матвей Кузьмич Любавский бөтә ғүмерен арнай”. Хәҙерге ваҡытта М.К. Любавскийҙың хеҙмәттәре ватан тарихы классикаһы булып һанала һәм бер нисә тапҡыр яңынан нәшер ителә. Ғалимдың исемен һәм хеҙмәттәрен тергеҙеүгә ейәнсәре Татьяна Любавская ҙур өлөш индерә. 2006 йылда Өфөлә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бинаһына М.К. Любавский хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Сығанаҡ: ru.wikipedia.org һәм mpgu.su