Федерация Советы комитетының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәҙерге заман шарттарында дәүләт менән эшҡыуарҙар үҙ-ара бәйләнеш булдырырға, тәжрибә уртаҡлашырға һәм үҙгәрештәргә әҙер булырға тейеш, тип белдерҙе. – Белеүегеҙсә, бығаса булмаған санкция баҫымы - беҙҙең өсөн тотош дәүләттәр ябыла, логистик бәйләнештәр боҙола. Әммә тормош ошоноң менән бөтә икән тип уйларға һәм ҡайғырырға түгел. Был – үҙҙәренең эшкә мөнәсәбәте, тырышлығы, компетенцияһы менән бәйләнештәр булдыра алыусы ҡыйыуҙар, эшһөйәрҙәр, эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр, – ти Лилиә Ғүмәрова. Бындай әүҙем позиция сифатында Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте миҫалға килтерҙе. Ике төбәк эшҡыуарҙары ла партнерҙар эҙләй, килешеүҙәр төҙөй һәм берлектәге предприятиелар аса. Ул шулай уҡ инвестһабантуйҙың халыҡтар берҙәмлеге байрамына ғына түгел, бизнесты әүҙем үҫтереү майҙансығына ла әүерел
Лилиә Ғүмәрова: "Ҡыйыуҙар һәм эшһөйәрҙәр өсөн яңы мөмкинлектәр"
22 мая 202422 мая 2024
1 мин