Найти тему
Башҡортостан гәзите

54-се көн китте...

Башҡортостанда Өфөлә юғалған 13 йәшлек Павел Паличевты һәм 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты эҙләү дауам итә. Малайҙар 30 мартта Ағиҙел буйында юғалған ине. Уларҙың юғалған урынында рюкзактары ғына табылды. Шул ваҡыттан алып йөҙләгән ирекмән һәм ҡотҡарыусы Паша менән Дамирҙы табырға тырыша. Әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле һаман һөҙөмтә юҡ. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Кирилл Первов һүҙҙәренсә, ошо ваҡыт эсендә ведомство хеҙмәткәрҙәре 37 мең квадрат метрҙан ашыу Ағиҙел төбөн тикшергән. Ошо ваҡыт эсендә урман массивы һәм дөйөм оҙонлоғо 78 километрлыҡ яр буйы һыҙаты тикшерелгән. Кәмәләрҙә ҡотҡарыусылар 2960 километр яр буйын ҡарап сыҡҡан. Ведомство етәксеһе шулай уҡ алдағы көндәрҙә водолаздарҙың йәнә эҙләүҙе тергеҙеүен хәбәр итте. Улар һыуҙың әҙерәк таҙарыуын көтә. Фото: "Лиза Алерт".