Флүрә Абдулхай ҡыҙы Шакирова Белорет районының Н.Н. Зимина исемендәге китапханалар системаһына 1998 йылда китапханасы булып килә. “Яңы ғына эшкә урынлашҡан һымаҡ булһам да, 26 йыл үтеп тә киткән. 2000 йылда китапхана етәксеһе итеп тәғәйенләндем”, – тип белдерҙе ул. Дауыт Юлтый исемендәге китапхана 2011 йылда "модель" статусын ала һәм тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә эшен дауам итә. Был статусты тик юғары кимәлдә тотоу өсөн күп көс һалына, күп эштәр башҡарыла. Әлбиттә, был эштә Флүрә Абдулхай ҡыҙы ҙур өлөш индерә. – Башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының, сәнғәт эшмәкәрҙәренең тормош юлы һәм ижады тураһында китапханала бик күп мәғлүмәт тупланды. Китапханала тағы ла башҡа бик күп йүнәлештә эшләү өсөн төрлө проекттарға ҡушылыуҙы өҫтөн күрәм. Милли мәҙәниәт” программаһы буйынса бик төплө эшләйбеҙ, шулай уҡ “Рус донъяһы”, “Патриотик һәм гражданлыҡ позицияһы”, “Яҡшылыҡ һәм мәрхәмәтлек”, “Китапхана һәм ғаилә”, “Сәләмәт тормош рәүеше”, “Тәбиғәт. Экология, Тормош. Киләсәк”, “Халыҡтың хоҡуғын яҡ
Яңы ғына эшкә урынлашҡан һымаҡ булһам да, 26 йыл үтеп тә киткән!
22 мая 202422 мая 2024
2 мин