Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Башҡортостан” гәзитенә иң беренсе үҙем яҙылам

Бөгөн “Башҡортостан”ды иң күп алдырыусы төбәккә – Ишембай районына эш сәфәребеҙ барышында гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Ишембай почтампының ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлеге начальнигы Инера Төхвәтуллинаны ла күреп сыҡтыҡ. - Үҙем “Башҡортостан-Йома”ны яратып уҡыйым. Сөнки унда төрлө темалар яҡтыртыла. Хикәйә, тормош һабаҡтарынан уҡый башлайым, аҙаҡ башҡа биттәренә күсәм. Төрлө райондарҙың тормошон һүрәтләгән мәҡәләләр, уларҙың башлыҡтары менән әңгәмәләр ҙә оҡшай. Артабан да коллектив шулай йөкмәткеле мәҡәләләре менән ҡыуандырһын, - тигән теләктәрен еткерҙе ул. Халыҡҡа ниндәй матбуғат баҫмалары сығыуы тураһында һөйләү, уларҙы яҙҙырыу, ваҡытында гәзитте уҡыусыларға алып барып еткереү кеүек ҙур бурыс һалынған был бүлеккә. Инера Төхвәтуллина был вазифаны оҙаҡ йылдар дауамында бик яуаплы алып бара. Автор фотоһы.