Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы китапханасыһы Ләйсән Хәмитова бер нисә йыл элек кенә ошо эшкә тотонһа ла, уны бар күңеленән яратып өлгөргән. - Эшкә яңылыҡ өҫтәгәндә ул тағы ла йәнлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ була. Китапханала төрлө зоналар булдырырға тигән теләгем бар. Мәҫәлән, әңгәмә, китап уҡыу өсөн зоналар. Ижад өсөн майҙансыҡта китапханаға килеүселәр тегеү, һүрәт төшөрөү, башҡа ҡул эштәре менән шөғөлләнер ине, - тип һөйләп алып китте ул. Һөнәре буйынса Ләйсән - инженер-технолог. Ауылға ҡайтҡас,ул китапханасы эшенә тотона. - Китапханасы эше китап таратыуға ғына бәйле түгел. Төрлө байрамдарға, иҫтәлекле даталарға арналған саралар әленән-әле үтеп тора. Бында сараларҙа ҡатнашып үҙең дә төрлө яҡлап асылаһың. Беҙҙең һөнәрҙә халыҡ менән уртаҡ тел таба белеү мөһим. Китап алыусылар ҙа өҙөлмәй. Күбеһе оло йәштәгеләр. Унар китап алып, ике аҙнала уҡып ҡабат килтергән уҡыусыларыбыҙ бар. Йөрөй алмағандарына өйҙәренә лә китаптар алып барам, - тине китапханасы. Бынан тыш Ләйсән - өс бала әсәһе лә. Китапхана ойошторған сараларҙа уларҙы ла әүҙем йәлеп итеп, ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр. Фото: Ләйсән Хәмитова архивынан.
Китапханала төрлө зоналар булдырырға тигән теләге бар
22 мая 202422 мая 2024
~1 мин