Күренекле опера йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов илебеҙ халҡын 24-26 майҙа «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыласаҡ Сибай ҡалаһына саҡыра. - Минең Ватаным, Башҡортостан Республикаһы, был, моғайын, ҡасан да булһа булған иң тулҡынландырғыс урындыр. Унда барыһы ла - баҫыуҙар, альп болондары, таҙа йылғалар, йәмле күлдәр, тигеҙлектәр һәм тауҙар, мегаполистар һәм кеше ҡағылмаған тәбиғәт мөйөштәре бар. Шулай ҙа төп биҙәге - ул кешеләр. Изге күңелле, эшһөйәр, ғорур һәм бик ҡунаҡсыл! Был аҙнала Башҡортостандың Урал аръяғында илебеҙҙең эшлекле тормошондағы ғәҙәти булмаған сараларҙың береһе - «Урал аръяғы-2024» инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Был форумда Рәсәйҙең эре бизнесмендары һәм бихисап күрше, алыҫ илдәрҙән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша. Бында етди кешеләр етди мәсьәләләрҙе хәл итә, һәм бер үк ваҡытта улар яратҡан Башҡортостанымдың йолалары, мәҙәниәте, милли аш-һыуы менән таныша. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшләп тә, яҡшы ял итеп тә өлгөрәләр, - тине Асҡар Абдразаҡов. - Барығыҙҙы ла 24-26 майҙа «Урал аръяғы-2024» инвестһабантуйы уҙғарылған Сибай ҡалаһына саҡырам. Асҡар Абдразаҡов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Фото: forum-zauralye.com.
Асҡар Абдразаҡов Рәсәй халҡын «Урал аръяғы-2024» инвестһабантуйына саҡыра!
1 минута
21 мая