Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң яҡшы учреждениеларҙың береһе, тигән даны бар

Фәниә Ғүмәрова 2011 йылда Өфө китапхана колледжын тамамлағандан алып Болошло ауыл модель китапханаһы мөдире булып эшләй. Балалар менән дә, өлкәндәр менән дә яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырған булдыҡлы китапханасы. Ауылдаштары бында китап уҡырға ғына түгел, ә Фәниә апай үткәргән төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла теләп килә. Республикала тормошҡа ашырылған "Ижади кешеләр" проекты буйынса 2021 йылда үткәрелгән "Мәҙәниәт" проектына дәүләт ярҙамы" тигән сарала Башҡортостандағы 22 район-ҡала китапханаһы иң яҡшылар тип табылған. Улар араһында Болошлоноҡо ла булыуы был учреждениеның кимәле тураһында күпте һөйләй. Аҡсалата бүләккә - 113,63 мең һумға китапханаға компьютер, төҫлө принтер, һанлы фотоаппарат, экран, проектор, 147 дана китап һатып алынған. Яңы ҡорамалдар китапхана эшен тағы ла йәнләндерергә ярҙам иткән. Эшендә хөрмәт ҡаҙанған Фәниә апайҙың ғаиләһе лә күркәм. Тормош иптәше менән бер ул, ике ҡыҙ үҫтереп, улар инде үҙ ояларын ҡорған. Көндәренә йәм өҫтәп тороусы кешеләре - өс ейәндәре. Фәниә апайҙы эш, донъя мәшәҡәттәренән ял иттергән, күңеленә ҡәнәғәтлек килтергән шөғөлө бар - гөлдәр үҫтереү. Ул матур итеп йырлай ҙа. Конкурсыбыҙ дауам итә. Фәниә Ғүмәрова өсөн тауыш бирергә теләүселәр булһа, әүҙемләшегеҙ, дуҫтар! Фотолар: Ф. Ғүмәрованың шәхси архивынан.