Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Өфө-II ҡаласығы” юғалмаясаҡ!

Былтыр “Өфө-II ҡаласығы” археология һәйкәле янында Бөтә Изгеләр православ ҡорамы төҙөлә башлай тигән хәбәр таралып, ошо яңылыҡ баш ҡала халҡы һәм ҡайһы бер йәмәғәт әүҙемселәрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны. Ысынында, шул ваҡытта уҡ тарихи ҡомартҡы табылған биләмәлә ҡаҙыу эштәре мәлендә табылған артефакттарҙы һаҡлау буйынса депозитарий төҙөү планы раҫланған ине. Йәғни был урында бер ниндәй ҙә сиркәү төҙөлмәйәсәк, әммә ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып болғаған ише, төҙөлөш эштәренең тергеҙелеүе тураһында уйҙырмалар таратыуҙы дауам итә. Бөгөн “Эксперт” баҫмаһы менән берлектә ошо хаҡта ентекле аңлатма бирәбеҙ. Был эш нисек башланды? “Өфө-II ҡаласығы” археология һәйкәле баш ҡаланың Зәки Вәлиди һәм Воровской урамдары киҫелешендә урынлашҡан. 1961 йылда уҡ ул рәсми рәүештә тарихи-археология мираҫ объекты тип иғлан ителә, йәғни дәүләт һаҡлауына эйә. Был урынды ныҡлы өйрәнеү 1953 йылда Өфө тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Петр Ищериков тарафынан боронғо ҡәлғәнең емереклектәре һәм тәүге артефакттар табылғандан һуң башлана. Артабан ҡаласыҡты өйрәнеү эшенә билдәле тарихсы-археологтар Нияз Мәжитов һәм Владимир Овсянников тос өлөш индерә. Эҙләү-ҡаҙыу эштәре барышында һуғыш ҡоралдары, хеҙмәт, көнкүреш ҡорамалдары, биҙәүестәр, кейем өлөштәре табыла. Ҡомартҡылар ҡаласыҡтағы йәшәйештең V – XVI быуаттарға ҡарауын раҫлап ҡына ҡалмай, был урында шул дәүерҙең үҫешкән көнкүреш үҙәге һәм архитектура йәһәтенән үҙенсәлекле ҡала булыуын дәлилләй. Сиркәү тарихы 2020 йылда оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы “Өфө-II ҡаласығы” янындағы биләмәлә сиркәү төҙөү планы тураһында һөйләне, ә был ваҡытта унда күп ҡатлы торлаҡ йорт төҙөргә теләүселәр ҙә бар ине. Дини объектты тарихи йәһәттән бер ниндәй ҙә ҡиммәткә эйә булмаған урында ҡалҡытыу күҙалланды. Аңлатып үтәбеҙ. 1999 йылда “Башҡортостан Промтөҙөлөшпроект” институты тарафынан Өфөнөң Киров районындағы 570-се кварталындағы биләмәне инженер әҙерләү проекты эшләнә. Уға ярашлы, бында ике кимәлле ер аҫты гараждары төҙөү планлаштырыла. Биш йылдан һуң, 2004 йылда, йылға үҙәне булған соҡорҙо күмеү эштәре башҡарыла. 2013 йылда Фрунзе урамы, 85 адресы буйынса урынлашҡан сауҙагәр Тереғоловтың йорто һүтелә. Был урында Яңы күпер урамындағы ике ҡоҙоҡто үҙ эсенә алған ҡала канализация системаһын төҙөй башлайҙар. Бынан тыш, Нуғай йылғаһының бер ҡушылдығы урынында ике кимәлле ер аҫты паркингы төҙөлөшө йәйелдерелә. Күпмелер ваҡыттан һуң төҙөлөп бөтмәгән ике ҡатлы ҡоролманы күмәләр. 2021 йылда Зәки Вәлиди урамына яңы дренаж һалалар. Киләһе йылына М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты лабораторияһы белгестәре, Дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы (ГИКЭ) күрһәтмәләренә ярашлы, ер аҫты паркингы төҙөлгән урынды археология йәһәтенән тикшерә. Тап ошонда яңы сиркәү төҙөү ниәтләнгән була. – Биләмәне тикшереү барышында ер ҡатламының тулыһынса юҡҡа сығыуы билдәле булды. Ҡаҙыу эштәре барышында XIX – XXI быуаттарҙағы Өфө төҙөлөштәренә ҡағылышлы материалдар йыйылды һәм “Өфө-III ҡаласығы” барлығы асыҡланды. Ер ҡатламының боҙолоуы арҡаһында артефакттарҙың урынлашыу планын төҙөү мөмкин түгел, – тип аңлатма бирә Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы начальнигы Салауат Нәзир улы Ҡолбахтин. “Өфө-II ҡаласығы”ның яҙмышы нисек булыр? Ҡаласыҡ майҙанында археология материалдарын махсус һаҡлау урыны булдырыу планлаштырыла. 2019 йылда уҡ республика Хөкүмәте “Боронғо Өфө” археология паркының концепцияһын раҫлағайны. 2022 йылда проекттың документтары эшләнде. Археология депозитарийы төҙөлөшө ярайһы уҡ ҙур сығымдар талап итә. Бөгөн федераль бюджеттан финанс йәлеп итеү мөмкинлеге ҡарала, депозитарий төҙөлөшөн Федераль адреслы инвестиция программаһына индереүгә ғариза яҙылып, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ебәрелгән. – Проект бик матур: быяла буйлап йөрөйһөң, ә аҫта ҡаҙылмалар. Әлегә концепция бар, әммә проекттың хаҡы арзан түгел. Тәүге күҙаллауҙарға ярашлы ғына ла 2 миллиард һум самаһы. Бындай депозитарий бик кәрәк, унда күп фондтарҙы алып килеп буласаҡ. Беҙҙәге барлыҡ музейҙар фонд менән тулы, уларҙың ҡайһыларын депзитарий эсендә, бәғзеләрен асыҡ һауала ла ҡуйырға мөмкин. Ныҡ һуҙмаясаҡбыҙ, киләһе биш йылда төҙөйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров башҡорт йәмәғәтселәре менән осрашыу ваҡытында. Депозитарий өс ҡатлы буласаҡ. Унда фондты һаҡлау урыны, күргәҙмә залдары, "Өфө-II ҡаласығы”ндағы ҡаҙыу эштәре барышында табылған ҡомартҡылар ҡуйылған даими эшләгән экспозиция, Көньяҡ Урал биләмәһендә табылған, төрлө дәүерҙәргә ҡараған иң сағыу артефакттар ҡуйылған зал, реставрация оҫтаханалары буласаҡ. – Әлеге ваҡытта беҙҙең ғариза ҡаралыу өҫтөндә. Бөтә тейешле этаптарҙы үтеүгә бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк, – ти “Боронғо Өфө” Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Илнур Илдар улы Лоҡманов. Сиркәү төҙөлөшөнә бәйле хәбәрҙәр яңыра Социаль селтәрҙәрҙә Бөтә Изгеләр ҡорамын төҙөү ҡабаттан тергеҙелә тигән яңылыҡтарға юлығырға мөмкин. Уларҙы таратыусылар был хәбәрҙе Рус Православ сиркәүенең Өфө епархияһында “Өфө-II ҡаласығы” биләмәһендә сиркәү төҙөй башлауға лицензия барлығы билдәле булыуға бәйләй. – Рус Православ сиркәүенең (Мәскәү Патриархатының) Өфө епархияһы “Өфө-II ҡаласығы” археология һәйкәле урынлашҡан ер биләмәһенә бер ниндәй ҙә хоҡуҡҡа эйә булманы һәм бөгөн дә ундай хоҡуғы юҡ. “Өфө-II ҡаласығы” биләмәһендә ҡорам төҙөү планлаштырылмай, – тигән аңлатма биргән Өфө епархияһының матбуғат хеҙмәте. Бына тыш, 2024 йылдың 6 февралендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән осрашыу барышында республика Башлығы Радий Хәбиров та сиркәү төҙөлөшөн туҡтатыу тураһында белдерҙе. Шуға күрә праволав ҡорам төҙөлөшөнөң тергеҙелеүе тураһындағы хәбәрҙәр – нигеҙһеҙ. Улар – бары тик һайлау алдынан халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырыу маҡсатында таратылған уйҙырма, сәйәси көстәрҙең көрәш алымы. Үҙ сиратында Башҡортостан Башлығы етәкселәр һәм йәмәғәтселәрҙең эшмәкәрлегендәге төп ҡорал халыҡ менән диалог булыуы тураһында айырып билдәләне. Шуға күрә бындай осрашыуҙар даими үтәсәк, уларҙа Башҡортостаныбыҙҙың тарихи мираҫын һаҡлау мәсьәләләре лә күтәреләсәк. ФЕКЕР Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: – Ҡаласыҡҡа һәм православ ҡорамға бәйле хәл – уйлап еткермәйенсә һәм кешеләр менән кәңәшләшмәйенсә эш башлау һөҙөмтәһе. Беҙ ҡарар ҡабул иттек: был урында православ ҡорам булмаясаҡ. Шәхсән үҙем дини ҡорамдар төҙөү яҡлымын: православ сиркәүме, синагогамы, мәсетме – мөһим түгел. Кеше Аллаһҡа яҡынлаша икән – был бик һәйбәт. Әммә был төҙөлөшкә кешеләр ҡаршы булды һәм уларҙың үҙ дәлилдәре бар. Шул уҡ ваҡытта ҡорамды тап шунда төҙөргә теләүселәрҙең дә дәлилдәре бар. Шуға күрә тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: ул урында ҡорам төҙөлмәйәсәк. Сығанаҡ: "Эксперт" гәзите. Фотолар: “Боронғо Өфө” Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы сайтынан.