Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәктәп китапхананан башлана

Әнисә Вәхит ҡыҙы Рәжәпова Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шулай уҡ китапханасы булып эшләй. Ул Йылайыр районында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылындағы мәктәптә башлай. 2010 йылдан ул – китапханасы. - Рус шағирәһе Анна Ахматова ҡасандыр үҙе лә китапханасы булып эшләгән. Ул: “Һәр уҡыусы ергә күмеп йәшерелгән хазина кеүек сер ул”, - тип яҙып ҡалдырған. Мәктәп китапхананан, тимәк, китапханасы һөнәренән башлана тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Был шәп кенә түгел, яуаплы һөнәр ҙә. Балалар мәктәптә кәрәкле белем ала, китапханасы был эштә ярҙам итә, - ти Әнисә Вәхит ҡыҙы. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә ҡатнашҡан Әнисә Рәжәпова балаларҙа китапҡа һөйөү уятырға, төрлө саралар үткәрергә тырыша. Бынан тыш, улар район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла ҡатнашырға тырышалар, еңеүсе булалар, призлы урындар яулайҙар. Һәр йәһәттән әүҙем Әнисә Рәжәпова өсөн тауыш бирергә онотмайыҡ, дуҫтар. Фотолар: Әнисә Рәжәпованың шәхси архивынан.