Конкурс еңеүселәрен ҡотлар һәм бүләкләр өсөн абруйлы ҡунаҡтар килде: Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының бүлек етәксеһе Розалиә Сәфиуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы кураторы, Өфө күп профилле профессиональ колледж директоры Сынтимер Баязитов, башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса ойошма директоры Гөлназ Йосопова һәм Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында «Әкиәтте ғаиләлә сәхнәләштереү» номинацияһында – 63-сө балалар баҡсаһынан Алсыновтар ғаиләһе, «Фольклор коллективы менән әкиәт башҡарыу» номинацияһында – 75-се башҡорт балалар баҡсаһы, «Яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында 24-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Нурсолтан Фазылов Гран-при яуланы. Дөйөм белем бире